Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 55.

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы — Атай-олатайҙарҙың төйәге.

Ерен-һыуын һаҡлап, ҡорбан булған Шунда ята батырҙар һөйәге.

Шуға күрә лә «Байыҡ Айҙар сәсән» эпосында Наполеон етәк­ селегендәге француз илбаҫарҙарына ҡаршы яуға китеүселәрҙең: Дошмандарҙы сыр-сыу, ай, айҡарбыҙ, Буҙ толпарҙан һайлап ат мендек, Һай, илкәйем, йәмле еркәйем, Яуҡайҙарға китәбеҙ, ант бирәбеҙ: Намыҫ менән яуҙа һаҡларбыҙ, Һай, илкәйем, йәмле еркәйем, Батырҙарҙан ҡалған йолаларҙы Ҡанлы яуҙа беҙ ҙә аҡларбыҙ, Һай, илкәйем, йәмле еркәйем, — тип биргән вәғәҙәләре Урал-Ватан өсөн йәнен аямай, түккән ҡандарынан һут алып үҫкән сауҡанан юнылған уҡтарын һис тә бушҡа атмаясаҡтарына ышаныс та тыуҙыра, уҙған тарихта эҙ ҡалдырған батырҙар эшенә тоғролоҡҡа ант булып та яңғырай. «Икенсе әрме»ләге: Бүре, айыуҙарҙай дошманды ла Беҙ ҡайтырбыҙ еңеп, ҡыйратып, Һай, илкәйем, тыуған еркәйем, Быуын-быуын үткән батырҙарҙың һүҙен тыңлап, йырьш тыңлайбыҙ... — тигән һүҙҙәре менән яуға китеүсе егеттәрҙең бүре, айыуға һунар итеп, ҡорал менән эш итергә, еңеү ҡыуанысын кисерергә өй­ рәнеп, үткән дәүер батырҙарының традицияһын дауам итергә әҙер икәнлектәрен әшкәртәләр.

Француздарҙың Рәсәй бойондороҡһоҙлоғон хәүеф аҫтына ҡуйыуын, Урал тигән иленә, үҙ йортона ҡараҡтар баҫып инеүе- ләй күргән, изге ватансылыҡ тойғоһо менән рухланған башҡорт­ тарҙың яуға дәррәү күтәрелеүен иллюстрациялау өсөн, «Ватан һуғышы» ҡобайырында уңышлы ҡулланылған бер художестволы деталде тағы телгә алыу ҙа етер ине. Бында яу оранын ишеткәс, бишектәге баланың тыбырсыныуы, түшәк тартып, ауырып ятҡан ҡарттың һикереп тороп, ең һыҙғаныуы күҙ уңында тотола. Баш­ ҡорт ҡатындары араһынан ирҙәре менән яуға китеүселәр ҙә булған. «Ирәмәле» йыры һәм Василий Зефиров Йәнтүрә тархан­ 56
Закрыть