Яуға китеүселәрҙе, азатлыҡ өсөн көрәшеп, ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған үткән быуын ҡаһармандарыбыҙҙы исемләп тороп, конкрет өлгөлә тәрбиәләү мотивынан тыш, «Икенсе әрме» риүәйәтендә ошо уҡ бурысты ысын мәғәнәһендә худо жестволы табыш тип атауға лайыҡ булған деталь образы аша сағылдырыуға ла миҫал бар. Яуға китеүселәр үҙҙәренең яуап йырында үткән тарихи дәүерҙәр батырҙарынан «ҡалған йола ларҙы ҡанлы яуҙа» аҡларға һүҙ бирә. «Байыҡ Айҙар сәсән» эпосында һәм «Һай, Илкәйем» йырында (был ике әҫәрҙәге уртаҡ лыҡ, дөрөҫөрәге, һүҙмә-һүҙ ҡабатланыш, сәсән ихтыяры менән һуңғыһының эпосҡа барып инеүенән килә булыр) француздарға ҡаршы яуға китеүселәр үҙҙәренең хушлашыу йырын шулай тип башлай: Ата-бабаларҙың ҡанын һулап, Үҫкән сауҡаларҙан уҡ юндыҡ.
Был һүҙҙәр рәсми булмаған милли гимныбыҙ хисабындағы (шуға күрә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ҡарары менән «Ҡоролтай гимны» тип раҫланған) «Урал» йырындағы Эй, Уралым, һинән ҡырҡып алһам, Ат ҡыуырҙай яңғыҙ ҙа талдарың, Тамып та ғына ҡала, ҡырҡҡан саҡта, Яуҙа үлгән батырҙар ҡандары, — тигән һүҙҙәрҙе хәтерләргә мәжбүр итә.
«Урал» тинең ни ҙә,«Ватан», тинең ни. Башҡорт өсөн был ике һүҙ бер үк мәғәнәгә эйә, синоним булғас, талды ҡырҡҡан саҡта, ҡан тамыуы — ошо Урал-Ватан өсөн быуын-быуын бик күп башҡорт йәнен фиҙа ҡылғанлығына, халыҡтың: Үҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған Ир-егеттең ғүмере йәл түгел, — тип иҫәпләүенә ишара. Ысынлап та шулай икәнен «Урал» йыры үҙе былай тип раҫлап ҡуя: Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып Уҡ-Һаҙаҡҡай тигән ҡоралын.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын, Һис бирмәгән башҡорт Уральш.
55