Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 53.

поэтик, йыр традицияларын үҙенең йөрәгенә иркен, киң урын­ лаштырған шағирҙа ғына тыуа ала. ...Тәбиғи, Мәжит Ғафури үҙенең егетенә, ҡылыс ҡайрар өсөн, Урал тауындағы күк таштан башҡа таш таба алмаған»1. Әгәр Украина академигына башҡорт халҡының «Эскадрон» тигән йыры, «Байыҡ Айҙар сәсән» тип аталған эпосы мәғлүм булһа, ул ошо әйткәне менән генә сик­ ләнмәгән булыр ине, әлбиттә. Уның ҡарауы, Павло Тычинаның ошо һүҙҙәренә һылтанған Ғилемдар Рамазанов Мәжит Ғафури шиғырындағы был образ хаҡында анығыраҡ фекер йөрөткән: «Урал — башҡорт халыҡ поэзияһында тыуған ер, Ватан символы. Ошо тауҙан күк таш алып, ҡылыс ҡайрау — тыуған ерҙең фатихаһын алыу тигән һүҙ. Шиғырҙың күк таш образы ла — халыҡ күңелендәге легендаларға яҡын тора», — тигән ғалим»2. Үкенескә ҡаршы, ул образдың милли фольклорыбыҙға бәйле тамырын юллап, халҡыбыҙ ижадының ниндәй әҫәре менән уның уртаҡлығы барлығын ул да исемләп әйтеп тормаған. Хәйер, быны аңлауы ла ҡыйын түгел: башҡорт һүҙ сәнғәте белгесе булараҡ, ул уны күңеле, интуицияһы менән тойомлай алған. Икенсе яҡтан, халҡыбыҙҙың «Эскадрон» ише йырын ниндәй башҡорт белмәүе мөмкин, тип, мәғлүмәт хаҡында әйтеп тороу­ ҙы артыҡ күреүе лә ихтимал.

Объективлыҡ хаҡына шуны ла әйтергә кәрәк: «Ташты бит бик боронғо замандарҙан уҡ Алланың кәүҙәләнеше тип иҫәп­ ләгәндәр», — тигәнендә Павло Тычинаны ла интуицияһы алда­ маған. Ысынлап та, башҡортта һәм башҡа төркиҙәрҙә «тора» һүҙе мәжүсилек заманында «илаһ» («божество») тигән менән бер үк мәғәнәгә эйә булған. Шуға күрә әгәр борон был халыҡ­ тарҙа Торагилде, Торабирҙе, Торағол ише кеше исемдәре тәбиғи булһа, исламды ҡабул иткәс, улар урынына Хоҙайгилде, Хоҙай­ бирҙе, Аллабирҙе, Тәңребирҙе, Хоҙайғол, Аллағол кеүек исемдәр­ ҙе ҡуша башлағандар. Тимәк, П. Тычина егеттең, Уралтауҙарынан күк таш алып, шуға ҡылыс ҡайрауын илаһи изге ерҙән көс алыуы тип белгән. Бынан иһә беҙгә, Киев Русе, Всеволод Оле­ гович, Владимир Завадович һәм Башҡорт хан замандарынан уҡ башҡорттар менән бәйләнеше өҙөлмәгән туғандаш, тарих төпкө­ лөнән ҡарағанда, ҡәрҙәш украин халҡының бөйөк улы академик һәм шағир Павло Тычинаның Уралды илаһи ер тип таныуы ла яҡшы аңлашыла.

1 Тычина П. Мәжит Ғафури ижадында патриотизм. — Өфө, 1942. — 24 —25-се бб. Ғилемдар Рамазановтың «Мәжит Ғафури ижады» тигән кита­ бы буйынса (Өфө, 1965. — 240-се б.).

2 Рамазанов Ғ. 3. Мәжит Ғафури ижады. — Өфө, 1965. — 249-сы б.

54
Закрыть