Урал ғына ҡошо, ай, һандуғас, Ат менгәндә, моңло һайраның.
Ҡындан алып алмас ҡылысымды Урал ҡаяһына ҡайраным, — тигән һүҙҙәр менән мәғәнәүи яҡтан бик тә ауаздаш. Улар икеһе лә «ир маҡтаныр, ҡорал эшләр» тигән мәҡәлде иллюстрация лағандай була. Ысынлап та, ҡоралы барҙа ғына, уныһы төҙөк булғанда ғына, яугир батыр була ала. «Эскадрон» йырының лирик геройы ҡылысын ҡайрап ала. Тимәк, ҡылысының үткер- ләнеүе уның көсө артыуын аңлата. Шуныһы ифрат та мөһим: ҡылысын теләһә ниндәй ташҡа түгел, Урал ташына ҡайрай егет. Тимәк, ҡылысҡа, уны ҡулына алған егеткә көс-ҡеүәтте Урал ташы бирә. Икенсе төрлө әйткәндә, егет, грек мифы геройы Антей һымаҡ, тыуған ерҙән көс ала. Урал, тип әйтеү — мәғлүм булы уынса, башҡорт өсөн, Тыуған ил, Ватан, тип әйтеү менән бер. «Эскадрон» йырының ошо куплетының һуңғы юлындағы «Урал ташҡайына» урынына халыҡ йырсылары ауыҙынан «Урал ҡая һына» тип ишеткән дә бар. Бер генә һүҙҙе бына шулай алмаш тырыу арҡаһында лирик герой, йә Антей, йә Урал батыр кеүек дәү эпик герой һымаҡ күҙ алдына баҫа ла ҡуя. Шулай булмай һуң, уның өсөн Урал ҡаяһы — ҡайраҡ ҡына булып хеҙмәт итә бит. Шуға ла «алмас ҡылыс» тигән әҙер образ да яңы мәғәнә ала: ул Урал батырҙың тылсымлы мифик ҡоралының образы менән ассоциациялаша. Бер генә һүҙ арҡаһында йырҙың йөкмәткеһе тәрәнәйә төшә. Ул оптимистик рухта яңғырай башлай. Йырҙың алмас ҡылыслы лирик геройының да ҡурҡыу белмәй көрәшә- сәгенә, алыштарҙан имен сығасағына өмөт нығына.
Эпостан алынған йыр юлдарының да мәғәнәһе, асылда, шуға ҡайтып ҡала. Тик был осраҡта яугирҙың тыуған ерҙән көс-ҡеүәт алыуы идеяһын уҙған тарихи дәүерҙәрҙә, Урал-Ватан өсөн йәндәрен фиҙа ҡылған батырҙар ҡаны һеңгән тупраҡта үҫкән сауҡанан юнылған уҡ символлаштыра.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Өфөлә йәшәгән шағир- академик Павло Тычина халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ижадын да патриотизм темаһы хаҡында яҙған хеҙмәтендә уның «Татар егетенә» тигән шиғырында «Советтар республикаһын тормошҡа ашырыусы егеттәребеҙгә» мөрәжәғәт итеп, уларҙы «матур ал- ҡыҙыл» таң хаҡына көрәшкә саҡырып: Урал тауҙарынан күҡ таш алып, Ҡайра ҡылысыңды һин шуға, — тип өндәшкәне хаҡында былай тип яҙған: «Бындай өлкән образ ысын-ысындан халыҡ шағирында ғына, быуаттар буйы килгән 53