«Ҡарасәй ҙә китә, яҙын ҡайта» тигәндә, ҡара ҡаҙ (ҡыр ҡаҙы) күҙ уңында тотола. Юҡһа: «Ҡаҙҙай, беҙ ҙә...» — тип әйтелмәҫ ине.
«Турат сағылы» риүәйәтендә ҡыҙ менән никахлашҡандан һуң, кейәү егет: «Мине ҡара ҡаҙ килер ваҡытта көт», — тип иленә ҡайтып китә. Риүәйәттең икенсе бер варианты буйынса, ул: «Ҡыш килмәм. Яҙ килермен. Ҡара ҡаҙҙар менән бергә килер мен», — тип вәғәҙә бирә була1. Тимәк, ҡарасәй — ҡара ҡаҙ килеү ваҡыты — яҙ миҙгелен, анығырағы — шул миҙгелдең бер мәлен аңлатҡан. «Һары ла сәс» йырында ҡыр ҡаҙҙары кире ҡайтҡан мәлдә шул ҡопггарҙай юлдар табырға вәғәҙә биреү — яугирҙың, аҙашмай, юғалмай, тиҙ арала имен-аман ҡайтып тө шөүгә өмөт итеүен, оҙатыусыларҙы шул өмөткә көйләүен сағыл дыра. Шул уҡ йырҙағы «Туттар алмаҫ ҡайтыр юлҡайым» тигән һүҙҙәр ҙә, «Икенсе әрме» йырындағы «Йылдарығыҙ — айҙай, тиҙ үк үтеп, Иҫән йөрөп ҡайтһын башығыҙ!» тигән теләк тә шул уҡ мәғәнәгә эйә. Француздарҙы тиҙ арала еңеүгә инаныу, яуға китеүселәрҙең әйләнеп ҡайтыр юлдарының ҡыҫҡа булыуына өмөтләнеү, йырҙарҙа бына шулай образлы кәүҙәләнеш алған.
8. Француз яуына яу булып күтәрелеүсе башҡорт ир-атының «ата-бабаларҙың ҡанын һулап, үҫкән сауҡаларҙан уҡ юнғаны», алмас ҡылысын Урал ташына ҡайрағаны «Байыҡ Айҙар сәсән» эпосында олатайҙар хоры исеменән: Атҡайҙарға менеп, яуға китегеҙ, Аҡлағыҙ ҙа иткән антығыҙ, Һай, илкәйем, илкәйемдең батыр иркәйе; Тәңкәләр ҙә кеүек, сылтырашып, Шат көлөшөп, еңеп ҡайтығыҙ! — тип әйтелә. Антҡа тоғро булыу — Тыуған ил, Ватан өсөн йәнде фиҙа ҡылыуҙы ғына түгел, дошманды еңеп, имен-аман ҡайтып төшөүҙе лә аңлата, тигәндәй була ил ҡарттары.
Яуға китеүсе ир-аттың йырындағы «Ата-бабаларҙың ҡанын һулап, Үҫкән сауҡаларҙан уҡ юндыҡ» тигән һүҙҙәр «Эскадрон» йырындағы: 1 БХИ: Риүәйәттәр, легендалар. — 68-се, 358-се бб.
52