Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 50.

Яуға киткәндә үкғ билдәһеҙлек менән осрашасаҡтарын уйлап, болоҡһоуҙары менән бер рәттән, өмөттө алға ҡуйып, оптимис­ тик рухтағы хис-тойғоларын да сағылдырған яугирҙар. Әгәр «Француз көйө» йырының лирик геройы ил-йорт менән хуш­ лашҡанда, болоҡһоуына бирелеп: «Тутығыр микән ҡайтыр юлы­ быҙ», — тиһә, «һары ла сәс» йырыныҡы, киреһенсә: ...Ир-егеткәй булып, бирәм һүҙем, Һары ла сәсем, күреп ҡал да Әйткән һүҙҙәремде белеп ҡал: Туттар алмаҫ ҡайтыр юлҡайым, — тип, Тыуған илгә әйләнеп ҡайтырына өмөт итә, улай ғына ла түгел, ҡайтырға һүҙ бирә. Уның әйткәнен элеп алғандай итеп, «Һай, Илкәйем» йыры: Дошмандарҙы зер-зер, ай, килтереп, Беҙ ҡайтырбыҙ илгә лә шатланып, — тип, Ватан алдындағы ҡаһарманлыҡ бурысын үтәгәс кенә, Тыу­ ған ил-йортҡа ҡайтыу идеяһын үткәрә.

Шул идея яуға китеүсе һәм яу ҡырында еңеү көнөн яҡынай­ тыу өсөн, ал-ял белмәй, дошман менән алышыусыны ил-йортта һөйгәндәре яңынан ҡауышыуҙан өмөт өҙмәй, көтөргә тейеш тигән идея менән ауаздашлыҡҡа инә. «һары ла сәс» йырындағы түбәндәге юлдар ана шундай фекер йөрөтөргә форсат бирә лә инде: Беҙ китәбеҙ инде, ай, барыбыҙ, Һары ла сәсең үреп һал, Китәр юлдарымды күреп ҡал, Йыраҡ ҡалыр тыуған илебеҙ.

Беҙҙе көтөп, инде ҡарай-ҡарай, һары ла сәсең өстән үреп тә Ҡайтыр юлға ноҡот һал.

Тилмермәһен ике күҙегеҙ.

Ҡарасәй ҙә китә, яҙын ҡайта, Һары ла сәсең елберләтеп, Ҡош юльша ҡарарһың.

Ҡаҙҙай, беҙ ҙә юлдар табырбыҙ, Һунарсынан боҫҡан, төндә осҡан, Һары ла сәсең өстән үреп, Төн йоҡламай, көтәрһең.

Беҙ ҙә, боҫоп, бер саҡ ҡайтырбыҙ.

51
Закрыть