Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 5.

Боронғо Рустың Ипатьев йылъяҙмаһы геүаһлауынса, 30 меңгә барып етә, биләмәләре Днепр — Ҡара диңгеҙ — Азов диңгеҙе тирәләй йәйелә.

Олег Хәмиҙуллиндың1 улы, Всеволодтың үтенесе буйынса, Башҡорт хан Переяславль кенәзлеген пыран-заран итеүҙә, 1151 йылда Киевҡа ҡаршы сапҡын сабыуҙа ҡатнаша. Уға Ростов- Суздаль кенәзе Юрий Долгорукий, Чернигов кенәзе Владимир Завадович менән яуҙың иң ҡыҙыу урынында, иңгә-иң килеп, алышырға тура килә. Владимир Завадович Черниговский шул яуҙа һәләк булғас, уның ҡатыны, үҙенең ғәскәрен ташлап, Башҡорт ханға килеп һыйына. Һыйыныуы мөхәббәткә әйләнеү сәбәпле, ахырҙа уның менән никахлашып ҡуя2. Быға ни тиһең инде? Тимәк, Башҡорт хан рус кенәзбикәһенең мөхәббәтен яу- ларлыҡ һын-килбәт, дәрт-дарман эйәһе булған. Иң мөһиме — халҡыбыҙҙың этнонимын исем (йә лаҡап исем-псевдоним) итеп алған3 Башҡорт хан менән Владимир Завадовичтың ҡатыны, йәғни беҙҙең бик боронғо ҡартатайыбыҙ менән ҡәрсәйебеҙ (рус әйтмешләй, пра...прадедыбыҙ менән пра...прабабушкабыҙ), асылда, ике ҡәүемдең ҡәрҙәшлегенә рәсми кимәлдә нигеҙ һал­ ған, тип әйтә алабыҙ. Бында шуны ла иҫәпкә алыу зарур. VII — XIII быуаттарҙа уҡ башҡорт-ҡыпсаҡ хакимдары менән рус хакимдары дуҫлаша, ҡоҙалаша башлағас, йәғни ҡан-ҡәрҙәшлек бәйләнешенә ингәс, уларҙың ҡулы аҫтындағы халыҡ өсөн бын­ дай мөнәсәбәттәр күптән инде ғәҙәти хәл булған тип уйларға кәрәк. Сөнки, хакимдарҙан айырмалы рәүештә, уларға әллә ниндәй сәйәси маҡсаттар эҙләйһе, дипломаттар аша эш итәһе түгел. Әгәр йәштәрҙең сәсен сәскә бәйләүен — сәйәсәт тип, ошо маҡсатҡа ирештереү өсөн, көн тип тормай, төн тип тормай, балаҡ төрөп, таҫтамал аҫып, ике арала ҡайта-ҡайта йөрөгән яусы һәм 1 Салауат Хәмиҙуллиндың транскрипцияһы буйынса, Басжурт. Ҡар.: Хәмиҙуллин С. Көслөгә һыйыналар, Көсһөҙҙән тайшаналар, йәки халҡы­ быҙ тарихына тағы бер ҡараш: яҙып алыусыһы — Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай / / Киске Өфө. — 2011. — № 33. — 8 —9-сы бб.

2 Х усаи н ов Г. Б. Исторические корни и начальные традиции русско- башкирской дружбы и взаимосвязей / / Восток в исторических судьбах народов России. Кн. 1: Симпозиум V Всероссийского съезда востоковедов. 26 — 27 сентября 2006 года. — С. 111 — 115; Тимерйәр (Боҫҡонов) Әхтәр. Ҡарағай ҡыпсаҡтар. — 12 — 15-се б.: История Башкортостана с древнейших времен до 60-х гг. XIX века / Отв. ред. X. Ф. Усманов. — Уфа: Китап, 1997. — С. 108-109.

3 Киреһенсә, һарт ҡәүеме Үзбәк хан заманынан башлап үзбәк тип атала башлаған кеүек, Башҡорт хандың халҡын да, йәғни иштәк-бабаларыбыҙҙы ла, башҡорттар тип атай башлауҙары ла ихтимал.

6
Закрыть