Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 49.

тип әйтелеүенә ҡарағанда, ташҡа яҙыу традицияһы ҡасандыр башҡорттарға ла хас булғандыр, тип фараз итергә була. Хәреф, алфавит хасил булырҙан меңәр-меңәр йылдар элек Шүлгән- ташҡа төшөрөлгән кейек һүрәттәре лә, төрлө геометрик һыҙыҡ­ тар ҙа тәүтормош һунарсылары өсөн ниндәйҙер фекерҙе баш­ ҡаларға еткереүгә булышып, саф һынлы сәнғәт башланғысы булыуҙан тыш, яҙыу кеүек үк мәғлүмәт менән уртаҡлашыу сараһы ролен дә үтәһә, ни ғәжәп. Ҡыҫҡаһы, «ташҡа иҫтәлек яҙыу» мотивы «Эскадрон» йырына осраҡлы килеп инмәгән. Был осраҡта беҙҙең иғтибарҙы шул йәлеп итә: лирик герой иҫтәлекте теләһә ҡайҙа түгел, Урал иҫкә алһын өсөн, тик Урал ҡаяһына яҙмаҡсы. Мәғлүм булыуынса, Урал башҡорт өсөн «Тыуған ил», «Ватан» тигәндең синонимы. Әгәр лирик герой, ысынлап та, йыр­ ҙа әйтелгән ниәтен ғәмәлгә ашырһа, был иһә уның үҙе хаҡындағы иҫтәлекте бөтә ил, бөтә Ватан беләсәк. Бына нимә хаҡында хыял итә егет. Ә был хыял артында шул Ватанға лайыҡ батырлыҡ ҡылыу теләге сағыла.

«Француз көйө» йырының лирик геройы иһә ул тиклем юға­ ры идея хаҡында һүҙ алып бармай. Ул яу ҡырында ятып ҡалыу һәм ҡайтыр юлдарының бикләнеү ихтималы хаҡында борсола ғына: Беҙ китәбеҙ инде, ай, үҙебеҙ, Васыят булыр әйткән һүҙебеҙ.

Ҡара ҡаҙҙар ҡайтыр, беҙ ҡалырбыҙ, Тутығыр микән ҡайтыр юлыбыҙ.

Һуғышҡа ингәс, йәндән төңөлөргә тура килеүен дә белдерә: Тыуған ғына илде беҙ һаҡланыҡ, Ғәзиз йәнебеҙҙән төңөлөп.

һуғышҡа инер алдынан бәхилләшеү мотивы хәҙер инде беҙ дәртле поход йыры тип белгән «Любизар» йырында ла урын тапҡан. Тик ул унда, яуҙа еңеү шатлығын кисереү тойғоһо менән контраслашып, яугирҙың хәтирәһе кеүек кенә аңлашыла. Йыр­ ҙың беҙгә мәғлүм варианты, мәҫәлән, бына шулай башлана: Беҙ һуғышҡа ингәндә, Бәхилләштек барыбыҙ.

Беҙ һуғыштан сыҡҡанда, Алдан сыҡты даныбыҙ.

50
Закрыть