тип, йырға һалып әйтелгән тағы бер инанысты күҙ уңында тото- уын тойомларға була.
Яуға китеүсене оҙатҡанда, илауҙы тыйыу мотивы «һары ла сәс» йырында шәхес-ара мөнәсәбәт юҫығына күсерелеп, бөтөн ләй икенсе төрлө интерпретациялана: Шишмә юлҡайына ҡаршы сығып, Әйтер һүҙең булһа, әйтеп ҡал.
Мин киткәнгә, йәнем, ай, буҫыҡма, Дошман янһын, килеп, үбеп ҡал!
Шулай итеп, оҙатҡанда илауҙы тыйыу мотивы икенсе төрлө интерпретациялауҙың асылы — берәүҙең илауы уның дошман дары өсөн ҡыуаныс булыуы ихтимал тип белеүгә ҡайтып ҡала.
Лирик геройҙың шишмә юлында осрашырға тәҡдим итеүе үк был йырҙың әле йәрәшеп өлгөрмәгән, бер-береһен өҙөлөп ярат ҡан ике йәш йөрәк һәм уларҙың бәхетенә арҡыры төшөргә маташыусыларҙы күҙалларға форсат бирә.
Оҙатыусыларға йәш түгеүҙе тыйыу, сабырлыҡ һаҡлау йола һын тоторға өндәһәләр ҙә, үҙҙәренә килгәндә иһә, донъя хәлен белеп булмай, тип әйткән һүҙҙәренең изге теләк булыу менән сикләнмәйенсә, иҫтәлек һәм васыят мәғәнәһен алыу ихтималын да төшөндөрә яуға китеүселәр: Йырҙар яҙҙым Урал ҡаяһына, Иҫтәлектәр булып ҡалһын тип, Яуға китеп, иҫән ҡайталмаһам, Урал тауы иҫкә алһын тип.
«Эскадрон» йырының лирик геройы әйтә был һүҙҙәрҙе. Ырып, ҡая-ташҡа тарих, иҫтәлек, хатта ҡарғыш яҙыу — борондан килгән йола. Урхон-Инәсай (Орхон-Енисей) руник яҙмалары шу ның классик өлгөһө иҫәпләнә. «Илсе Ғайса» йырында: «Һау-сәлә- мәт ҡайтһам Тыуған илгә, Тарих яҙыр инем ташына», «Тәфтиләү» йырында; «Ташҡайҙарға соҡоп, яҙҙым ҡарғыш, Ейәндәрем уҡыр бер саҡта», «Рус-француз һуғышы бәйете»ндә: Мендем тауҙың башына, Атым яҙҙым ташына1 — 1 БХИ: Бәйеттәр. — 52-се б.
49