Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 47.

Оҙатыусыларҙың кисерештәренә ҡарағанда, яуға китеүсе­ ләрҙең хис-тойғоларына йырҙарҙа урын мулыраҡ бирелгән. Иң әүәл яуға китеүсе, үҙенән бигерәк, илдә ҡалыусыларҙың имен тороуын теләй. Яу юлдарын белгән юҡ, ҡайтып була, әллә — юҡ, тигән кеүек, йорттағыларға имен торорға фатиха биреп, улар менән бәхилләшә.

Ирәмәле тауҙың көн битенән Септерҙәп тә аға бер йылға.

Беҙ киткәндәү юлдың юк билгеһе, һау-сәләмәт булың, күп йылға! — шулай ти «Ирәмәле» йырының лирик геройы. Йырҙың һуңғы ике юллығына иғтибар итһәк, «Беҙ киткәндәү юлдың юҡ бил­ геһе» тигәне менән яуға китеүселәр, «донъя хәлен белеп булмай» тигәнде, «Һау-сәләмәт булың, күп йылға!» — тип, илдә ҡалыу­ сыларға һаулыҡ теләүҙәре — «Беҙҙе оҙаҡ көтөгөҙ, көтөүҙән ялҡмағыҙ, иҫән-һау күрешеүҙән өмөт өҙмәгеҙ!» тигәнде аңла- тыуына төшөнөрбеҙ. «Француз көйө» йырында яуға китеүсе­ ләрҙең: «Сабырһыҙ ҙа булмаң үҙегеҙ», — тигәненә лә, асылда, шундай уҡ мәғәнә һалынған.

Инаныс буйынса, яуға оҙатҡанда, китеүсегә лә, илдә ҡалыу­ сыларға ла иларға ярамай. Күҙ йәше — бәхетһеҙлеккә, тип юрай халыҡ. «Француз көйө» йырының лирик геройы, ил-йорт менән хушлашҡанда: Ҡыҙыл ғына менән Яйыҡ һыуы, Салт аяҙ көн булмай, туңмай ҙа.

Беҙ китә лә, тип үк, иламағыҙ, Илаһағыҙ, юлым уңмай ҙа, — тип әйткәненән уның шул инанысҡа инанғанына яҡшы төшө­ нөргә була. Шуға күрә лә ул күҙ йәшенә бәйле инаныс талап иткән йоланы илдә ҡалыусыларҙың йола итеүҙәрен теләй. Лирик геройҙың: «Сабырһыҙ ҙа булмаң үҙегеҙ», — тигәне — уның шул теләген ҡабат-ҡабат әйтеп, ҡайта-ҡайта киҫәтеүенә бәрәбәр һәм шуның менән генә сикләнмәй ҙә. Сөнки уның тел төбөнән халыҡтың: Иртәнсәккәй тороп, тышҡа сыҡһам — Ишеккәйем алды бит кәрешкә.

Сабырлы ла — солтан, сабырһыҙ — шайтан, Сабыр итеү кәрәк һәр эшкә, — 48
Закрыть