Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 46.

Ҡорбаш булыр ҡашҡаһы Ҡылды ҡырҡка ярырҙай, ...Һәр сағында, илем, тип, Үҙем тыуған ерем, тип, Яу башларҙай ир булһа, Ул яу еңмәҫ яу булмаҫ1.

«Урал батыр» эпосы хаҡында хәбәрҙар булмаған кешегә, дейеүҙе турап, тау яһаусы тураһында әйткәндә, ҡайһы батыр күҙ уңында тотолоуын аңламаҫҡа мөмкин. Тимәк, был образ ҡобайырға шул эпосты белеүсегә иҫәп тотоп ҡына индерелгән. Ҡобайырсы күҙ уңында тотҡан боронғо башҡа батырҙар ҙа эпик ҡаһармандарҙы хәтерләтә. Сәсән уларға хас һыҙаттарҙы һанап сығыуҙы үҙмаҡсат итмәгән. Бары уларҙы атап ҡына сыға. Әммә шул ғына ла, әле илгә баҫып ингән француздар йөҙөндәге конкрет дошмандарҙы еңер өсөн, шул сифаттарға эйә булырға саҡырыу менән бер.

7. «Беҙ һуғышҡа ингәндә, Бәхилләштек барыбыҙ...» Беренсе Ватан һуғышына оҙатыу картинаһын тыуҙырғанда, «Икенсе әрме» риүәйәтендә лә, «Байыҡ Айҙар сәсән» һәм «Ватан һуғышы» эпостарында ла патетик стиль өҫтөнлөк итә. Унда сен­ тименталлеккә урын юҡ. Яуға китеүсе егеттәрҙең ауыҙынан икеләнеү, яҙмыш, бәхилләшеү кеүек төшөнсәләрҙе бирерлек һүҙ әйтгерелмәүе шуның менән аңлатыла. Әйтерһең, яуға оҙат­ ҡанда илдә ҡалыусыларҙың да, китеүселәрҙең дә күңелендә тыуған интим хистәрҙе сағылдырыу бурысын аңлы рәүештә йыр жанры өлөшөнә ҡалдырғандар. Ысынлап та, йырҙар был буш­ лыҡты тултыра алған. Яу хәлен белеп булмай, улай-былай була ҡалһа, ни ҡылырға? Шундай һорау тыуыуы ихтималын иҫәпкә алған кеүек «Ишетмәйҙәр микән сит илдәрҙә?» тигән йырҙа әсә кеше исеменән бына ни тиелә: Тәрбиәсе инәң бар сағында, Бер батырға меңде тыуҙырыр.

Әгәр дошман һеҙҙе еңә ҡалһа, Урал-инәң донъя туҙҙырыр.

1 Ватан һуғышы / / Сәсән аманаты. — 275 — 276-сы бб.

47
Закрыть