Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 45.

Дошман яғын белеп тасуирлауы Байыҡ сәсәндең үҙе хаҡын­ дағы мәғлүмәт кеүек тә ҡабул ителә. Сөнки шул тасуирламалар уны, берҙән, быға тиклем дә шул ятбауырҙар менән яу ҡырында йөҙмә-йөҙ осрашҡан ҡарт яугир итеп күҙ алдына баҫтырырға форсат бирә, икенсенән, француз илбаҫарҙарын шәхсән ни тиклем ныҡ күралмауын да аңлата.

Әгәр «Ватан һуғышы» ҡобайырында үҙҙәренең яу өсөн мах­ сус өйрәтелгән шәп (ҡамыш ҡолаҡ, ҡырас ял, сыпыш ҡойроҡ, типһән һырт, йүгерек) аттарына контраст итеп француздарҙың күмәген бер юлы карикатур планда тасуирлау өсөн, уларҙы торна муйынлы, ас яңаҡлы, арымтал атҡа сағыштырыу алымына мөрәжәғәт ителһә, бәйетселәр ошо уҡ маҡсатта «Урал батыр» эпосын, батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙе хәтерләтмәле аждаһа («Француз яуы бәйете»), Ҡатил («Француз бәйете»), инанмыш- тарға хас шүрәле, мәскәй, бисура («Француз яуы бәйете») кеүек зарарлы мифологик заттарҙың әҙер образдарҙы файҙаланған: Барса йәнде ҡырған, иҙгән Минең алда француз икән: Аждаһалай күҙ аҡайған, Шүрәлеләй ҡул шалшайған, Мәскәйҙәй күҙе уттай, Бисуралай быуыны шыртлай1.

Боронғо батырҙарҙан өлгө алырға кәрәк икәнен «аңлағанға — ишара» принцибына таянып ҡына аңғартҡанына миҫал: Борон булған батырҙар, — Кеше түгел, дейеүҙе Турап, тауҙар яһаған; Алдына килгән дошмандың Һанын һанап тормаған.

Яу ҡайтарыр яуҙарҙың Кәпәсе төрлө булһа ла, Йөрәге сыбар булмаған...

Дошман яуын күргәндә, Япраҡ һымаҡ елберләп, Ужары ҡатып ҡалтырап, Яуҙан ҡасыр булмаған; Яуға барған ирҙәрҙең Йөрәктәре ҡуш булһа, 1 Кутуз бәйете / / Башҡорт халыҡ ижады: Бәйеттәр. — 54-се б.

46
Закрыть