Әле әйтелгәндәр тулыһынса «Ватан һуғышы» ҡобайырына ла ҡағыла. Тик унда әле асыҡланған башланғыстар тағы ла тәрәне рәк мәғәнә ала. Унан, сәсәндең, «аңлағанға — ишара» принцибы буйынса эш иткәне лә төҫмөрләнә. Тәүгеһенә миҫал: Һеҙгә ҡаршы килер яу, Ҡамыш ҡолаҡ, ҡырас ял, Сыпыш ҡойроҡ, типһән һырт, Йүгерек атҡа атланған, Бәшмәк кәпәс башында, Айбалтаһы ҡулында, Нәҙек сираҡ, аҡ һөйәк, Тауыҡ баштай ваҡ йөрәк, Муйыны нәҙек торналай, Йотҡолоғо сурайған, Оҙон бармаҡ, ас яңаҡ, Арымтал ат күҙендәй, Күҙе торған серәйеп, Ат өҫтөндә, балалай, Ҡуш теҙгенде белмәгән, Йәштән атҡа менмәгән Француз тигән яу булыр.
Өлкән-өлкән таш пулат Төҙөп торған ерендә; Батша булып танылған, Ҡашҡа булып һыналған Үҙе тыуған илендә; Ас бүреләй йотоноп, Ил таларға ымһынът, Күҙенә ҡан һауҙырып, Ҡылыс һелтәп, ажғырып, Бар яуына ҡорбашы Наполеон тигән ир булыр.
Байыҡ сәсән бына шулай француз баҫҡынсыларының кари катур пландағы үҙенсәлекле коллектив портретын тыуҙыра. Император Наполеонды ас бүрегә сағыштырыуы иһә шул комик эффектты бермә-бер көсәйтә төшә. Шул уҡ ваҡытта сәсән «сама саманан үтмәһен» принцибын да онотмай. Комик эффектлы картинала объективлыҡ үлсәменә хас билдәләр ҙә осрауы — ана шуға дәлил. Наполеондың батша, оло дәрәжәле ҡашҡа (батыр) сәрҙар икәнен дә («Бар яуына ҡор башы Наполеон тигән ир булыр»), «өлкән-өлкән таш пулат» төҙөүен дә, йәғни, һуғышты кәсеп итеп алыуынан тыш, тыныс тормош шөғөлөнә һәләтле булыуын да таный.
45