Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 43.

Эпоста шулай ук яуға китеүселәргә ата-әсә ауыҙынан әйтте- релгән теләк йыры ла, сәсәңдәрҙең ҡобайыры ла юҡ. Ә яуға китеүселәрҙең вәғәҙә-ант рәүешендә әйткән яуап һүҙе «Икенсе әрме»ләгенән күләме менән дә, йөкмәткеһе йәһәтенән дә байтаҡ­ ҡа ҡайтыш. «Икенсе әрме» риүәйәтендә иһә «Илдең сәсәндәре- нең яуға китеүселәрҙе өгөтләп һамаҡлағаны», — тип иҫкәртелһә лә, асылда, бер генә сәсәндең өгөт-нәсихәте бирелгән. Юҡһа, ҡобайырҙа беренсе заттан: Яуға, тиеп уҡталған Батырҙарға һүҙем бар, Күп яуҙарҙы күрҙек беҙ — Өлгө өсөн йәштәргә Әйтә торған уйым бар, — тип әйтелмәҫ ине. Әммә «Күп яуҙарҙы күрҙек беҙ» тигән һүҙ­ ҙәрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырып булмай. «Беҙ» тигән һүҙ ҡобайырҙа ике мәғәнәлә килә. Ул, берҙән, «мин» мәғәнәһендә ҡулланылған. Ғилми стилгә генә түгел, ҡәҙимге йәнле телмәргә лә был форма күҙәтелә. Ҡобайырҙа ул берҙәмлек төшөнсәһен көсәйтешеүсе экспрессив сара хеҙмәтен үтәгән. Икенсенән, был һүҙ тура мәғәнәһенән дә ситләшмәй. Йәғни, соло рәүешендә башҡарылһа ла, ҡобайырҙа үҙҙәре яуҙа сыныҡҡан бүтән сәсән­ дәр исеменән әйтелгән нәсихәт тә бар. Шул фекерҙе төйнәүгә, яу булып күтәрелеүселәргә мөрәжәғәт итеп, уның: Ҡалым альт, туй яһап, Бер көрәгә төбөндә Ҡымыҙ эсеп, яу һалып, Бер табаҡтан аш ейеп, Ҡунаҡ булыр ер түгел, — тигәне лә булыша. Шуға ла уның был һүҙҙәре — нәсихәт булыу­ ҙан бик күп яуҙы башынан кисергән, ут-һыу үткән яутирҙың (рус был урында: «Бывалого вояки», — тип әйтер ине) иҫкәр- теүенә, хатта тәжрибә уртаҡлашыуына тиң. Утлы ҡорал ҡулла­ нылған яуҙа сыныҡҡан сәсән үҙенең яугирлыҡ тәжрибәһенән сығып ҡына аҡыл өйрәтеп кенә ҡалмай. Ул «Урал батыр, биш булып, Яу ҡайтарған» кеүек, Ҡараһаҡал, Салауаттарҙың «Батыр булып, дан сәсеп, Дошманын ҡуйҙай ҡырғанын» онотмаҫҡа нәсихәт итә. Шул рәүешсә, яу тәжрибәһен яҡшы белгән сәсән тәрбиәсе, сәсән-педагог роленә инә. Яуға китеүселәрҙе, азатлыҡ өсөн көрәшеп, ил тарихында тәрән эҙ ҡалдырған үткән быуын ҡаһармандарыбыҙ өлгөһөнән үрнәк алырға саҡыра.

44
Закрыть