яуға китеүселәрҙең күкрәгенә бисә-сәсә таҡҡан тәңкәләр ҙә утилитар, йәғни ғәмәли, тәғәйенләнешенән тыш, эстетик әһә миәткә лә эйә. Уларҙың ҡояшта ялтырашыуы, атлаған һайын, шалтырашыуы, яуҙа дошманды еңеп, илгә имен ҡайтыуҙарына иң әүәл яутирҙарҙың үҙҙәренең шатланасағын символлаштыра. Бисә-сәсәнең теләк-йырындағы «Тәңкәләрҙәй төҫлө шылгыра- шып, Шат көлөшөп, еңеп ҡайтығыҙ» тигән һүҙҙәр тап шулай интерпретациялауға лайыҡ.
Яуға китеүселәргә алғыш та, наказ да, фатиха мәғәнәһенә лә эйә булған «Платов и Кутузов» йырында әле телгә алынған ырымдарға оҡшаш миҫал күҙгә салынмай. Кутузов үҙенең поэтик алғышын, ҡарамаҡҡа, ниндәйҙер магик хәрәкәттәр менән дә оҙатмай. Баш командующий башы менән ниңә ул магик мәғәнәле ырым менән маташһын инде? Шулай тип уйларға өлгөрмәйһең, йырҙағы шундай һүҙҙәр иғтибарға ташлана: Не восточная звезда в поле воссияла, — У Кутузова в руках сабля воссияла.
Был ике юллыҡ Кутузовтың телмәре артынса килә. Ә ул телмәр, әйтелгәненсә, үҙе — алғыш, үҙе — наказ, үҙе — фатиха. Шуға күрә лә, һүҙе бөтөүгә Баш командующийҙың ялт-йолт ит тереп ҡылысын болғауы шулай уҡ магик мәғәнәгә эйә булған хәрәкәт кеүек ҡабул ителә.
Башҡорт фольклорынан килтерелгән миҫалдарҙа ҡатын-ҡыҙ ир-егеткә французды ҡырыу хаҡында һүҙ асмай, бары, дөйөм планда ғына, яуҙан батыр булып ҡайтыуҙарын теләй. Ә Кутузов, уратып-суратып тормай, яугирҙың яу ҡырындағы бурысын: Вы стреляйте же, мои деточки, не робейте, Вы своево свинцю-пороху не жалейте, Вы своего французика побеждайте! — тип, атап әйтә. Хәрби кеше, етмәһә, Баш командующийҙан баш ҡаһына өмөт итеп тә булмай, әлбиггә. Яугирҙарға Кутузовса фатиха биреү башланғысы башҡорт фольклорында иһә ҡобайыр өлөшөнә төшкән.
«Икенсе әрме» риүәйәтендә бисә-сәсә йырлап әйткән теләк «Байыҡ Айҙар сәсән» эпосында иң аҙаҡ олатайҙар ауыҙынан әйтелгән теләк рәүешендә бирелгән. Шуның менән сәсәндәр (эпосты ижад итеүселәрме, әллә Мөхәмәтша сәсән үҙеме — уныһы мөһим түгел) яуға китеүселәргә әйтелгән теләктең бәҫен күтәрергә теләгән булһа кәрәк.
43