Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 41.

Ни өсөн яуға китеүселәргә алғышлы теләк сәсмә телмәр рәүешендә генә әйтелмәгән? Сөнки, боронғоларҙың инанысы буйынса, теҙмә телмәр магик көскә эйә тип иҫәпләнгән. Ә теҙмә телмәр рәүешендә әйтелер фекер, шул иҫәптән алғыш-теләктәр көйләп, һамаҡлап йә көйгә һалып йырлап әйтелһә, ул магик яҡтан тағы ла ҡөҙрәтлерәк була, тип белгәндәр. Башҡорт халыҡ йырында сағылған алғышҡа оҡшаш миҫалды шул уҡ Ватан һуғышы темаһына бағышланған рус халыҡ йырында ла осратыр­ ға була. «Платов и Кутузов» йыры — шуға баҙыҡ миҫал була ала. Яуға китеүселәргә Кутузов исеменән шулай тиелә: Ай, вы вставайтесь ж, мои деточки, утром пораняе, Вы умывайтесь, мои деточки, побеляе, Вы идите, мои деточки, в чистое поле, Вы стреляйте же, мои деточки, не робейте, Вы своево свинцю-пороху не жалейте, Вы своево французика побеждайте Башҡорт фольклорынан килтерелгән миҫалдарҙа магик һүҙ функцияһын үтәүсе йыр магик көскә эйә тип иҫәпләнгән ырым атҡарыу менән оҙатыла. Әбей-Һәбейҙең яуға китеүселәргә ҡыҫ­ ҡа еп биреүе, бисә-сәсәнең тәңкә тағыуы көйлө теҙмә телмәрҙең, йәғни йырҙың магик ҡөҙрәтенә иш янына ҡуш була, тип бел­ гәндәр, әлбиттә. Ошо күҙлектән ҡарағанда, ҡыҙ-ҡырҡындың: Урал армыттарын семәрләгән Сәскә менән бүләк бирәбеҙ, һай, йәнкәйем, еҫкәгәндә аңҡыр илегеҙ, Ил намыҫын бергә шул бүләктә Йөрәгегеҙҙә бергә һаҡлағыҙ, Һай, илкәйем, батыр булып яуҙан ҡайтығыҙ, — тип, йырлай-йырлай яуға китә торған егеттәргә ҡулъяулыҡ, янсыҡтар бүләк итеүҙәре иһә — мөхәббәт магияһы әлкәһенә ҡараған ырым атҡарыуҙан ғибәрәт. Ҡулъяулыҡ менән янсыҡ ғәмәли (тәүгеһенең тир һөртөүгә, икенсеһенең кәрәк-яраҡ һалыу­ ға) тәғәйенләнешенән тыш, борон-борондан ҡыҙ-ҡырҡындың һөйгән егетен көтөргә вәғәҙәһенең символы вазифаһын да үтәр булған. Бында уларҙың тап шундай мәғәнәһе асыла. Тимәк, янсыҡ менән ҡулъяулыҡ йыр-теләктең йөкмәткеһен тәрәнәй­ теүсе художестволы деталь, образ вазифаһын атҡара. Әйткәндәй, 1 Русские исторические песни. — С. 170.

42
Закрыть