Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 40.

Әриеләргә китә, ай, башығыҙ, Буҙ балалар, инде хушығыҙ!

Йылдарығыҙ айҙай тиҙ үк үтеп, Иҫән йөрөп, еңеп ҡайтығыҙ, — тип йырлай-йырлай, яуға. китеүселәрҙең юлы ҡыҫҡа булһын тип, уларға тегәр еп бирә. Яуға китеүселәргә «буҙ балалар», тип мөрәжәғәт итеүҙәре йырҙы күмәк башҡарыусыларҙың мотлаҡ әбей-һәбей икәнен әйтеп үк торғандай була. Күмәкләп башҡарған йырҙарына ҡарағанда, улар атҡарған йолала ҡулланылған ептең оҙонлоғо күпме булыуына төшөнөүе лә ҡыйын түгел. Улар егет­ тәргә ҡыҫҡа юл, йәғни дошманды еңә һалып, тиҙерәк ҡайтып төшөү насип булыуын теләүен шул ҡыҫҡа еп менән «әйтеп бирә». Бына шулай йыр менән ырым рәүешендәге йоланың бергә атҡарылышы был осраҡта теләк-алғыпггы, уның поэтик тексына һалынған йөкмәтке менән сағыштырғанда, киңерәк мәғәнәле итә. Шулай итеп, әбей-һәбей теләге ҡәҙимге алғыш сиктәрен үтеп, изге доға вазифаһын атҡара, йәғни сакраль мәғә­ нәгә эйә. Теләк-алғыштың был үҙенсәлеге — яуға оҙатыу йола­ һының боронғолоғонан килә.

Бисә-сәсәнең, күкрәктәрегеҙгә дошман уғы теймәһен тип, яуға барыусыларҙың түштәренә тәңкә баҫа-баҫа: Атҡайҙарға менеп, һаҙаҡ алып, Яуға китер ирҙәр булдығыҙ.

Һай, илкәйем, илкәйемдең батыр иркәйе, Тәңкәләрҙәй төҫлө шылтыратып, Шат көлөшөп, еңеп ҡайтығыҙ.

Һай, илкәйем, һағынып көтөр һеҙҙе илкәйең, Ҡош юлдары ҡалҡһа күк йөҙөндә, Кейек ҡоштар осор төньяҡтан.

Һай, илкәйем, батырҙарьш көтөр шул саҡта.

Ҡоштар үтһә, һеҙҙән беҙ көтөрбөҙ, Сәләм килә, тиеп үк йыраҡтан.

Һай, илкәйем, хатың уҡыр илең шул саҡта, — тип йырлауы хаҡында ла әбей-һәбей йыры һәм улар атҡарған йолаға ҡағылышлы әйтелгәнде ҡабатларға мөмкин. Тик бында шуны өҫтәргә була. Әбей-Һәбей йырынан айырмалы рәүештә, бисә-сәсә йырына Ҡош юлы образы килеп ингән. Ҡош юлы, инаныс буйынса, ҡайтыр ҡоштар аҙашмаһын өсөн, ориентир хеҙмәтен үтәй. Уны телгә алыуҙың кинәйәһе шуға ҡайтып ҡала: яуға китеүселәр ҙә, аҙашмай ғына, һөйәктәрен сит-ят ерҙәрҙә ҡалдырмай, Тыуған илгә теүәл ҡайта белһен.

41
Закрыть