Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 4.

ИНЕШ УРЫНЫНА Мәғлүм булыуынса, 2022 йылда Беренсе Ватан һуғышы баш­ ланыуға 210 йыл тула. Илебеҙ Президенты В. В. Путин Указына ярашлы, 2022 йыл — Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан ителде. Әммә логик яҡтан улар бер үк төшөнсәне аң­ лата булыр. Дөрөҫөрәге, беренсеһе — һут биреүсе тамыр, икен­ сеһе шул һут менән туҡланыусы емештең сәләмәтлеге хаҡында хәстәрләүҙән ғибәрәт. Әгәр юллай китһәң, ул тамырҙарҙың осо тармаҡлана-тармаҡлана тарих төпкөлөнә барып тоташыуына инанырға була.

БАШҠОРТ ҺӘМ РУС ҠӘҮЕМДӘРЕНЕҢ, БОРОНҒО ҠОҘА-ҠОҘАҒЫЙ БУЛЫШЫП, ҠӘРҘӘШЛЕК БӘЙЛӘНЕШТӘРЕНӘ ИНГӘНЕ Ибн-Хурдадбек менән Жәйхан тигән ғәрәп тикшеренеүсе­ ләренең мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Хазар ҡағанлығының ҙур бер улусы башында Башжорт (Башгирд) тигән әмир торған (X быуат тирәһе). Уның сиреүе заманына күрә яҡшы ҡораллан­ ған 2 мең яугирҙан торған. Ғайса Хөсәйеновтың фекеренсә, ул, асылда, башҡорт ҡәбиләләренең башлығы вазифаһын атҡарған, башҡорттарҙың славян ҡәүеме менән тығыҙ бәйләнешкә инеү тарихы тап шул әмир заманында һәм уның арҡаһында башлана.

Хазар ҡағанлығы емертелгәс, көнсығыштан — Кимәк тигән ҡәүем, көньяҡтан уғуздар ҡыҫырыҡлай башлай. Башҡорттар шул сәбәптән ҡыпсаҡтар һәм бәшнәктәр менән берләшеп, Тын (Дон) — Ҡара диңгеҙ тарафтарына күсенә.

XII быуатта Бүнәк тигән олуғ хан ошондай берләшмәләрҙән Көнбайыш ҡыпсаҡтары берлеген (союзын) төҙөй. Уның тирә- йүнгә сапҡын сабырлыҡ йүне була. Бүнәк хан хатта Византияға ла ҡыпсаҡ-башҡорттоң кем икәнен танытып өлгөрә. Ул яуҙарҙа Олуғ ханға Башҡорт атлы хан яуҙаш була. Шулай йөрөй торғас, бының абруйы күтәрелә лә китә. Шул арҡала Бүнәк хандың даны ла, йоғонтоһо ла төшкәндән-төшә бара. Дан-шөһрәте көн- дән-көн үҫә барған Башҡорт хандың ғәскәрендәге яугир һаны, 5
Закрыть