Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 39.

«Яҙғы мәлкәй», «Көмөшәй менән Иҙрис», «Алты егет», «Хан ҡыҙы» кеүек йырҙарҙан айырмалы рәүештә, уларҙа классик грек театрын хәтерләтмәле хор ҙа бар. Тик әле һаналған йырҙар ике йә өс персонаждың арияларын хәтерләтһә, «Байыҡ Айҙар сәсән» эпосының һуңғы бүлеге менән «Икенсе әрме» йыры һәм уның риүәйәтендә йыр ярҙамында — айырым персонаждар түгел, ә хор менән хор хәбәрләшә. Йәғни теге йырҙарҙан айыр­ малы, был әҫәрҙәрҙә арияны хәтерләтмәле соло башҡарырлыҡ куплеттар юҡ. Әммә был урында шуны иҫәпкә алыу зарур: оҙатып ҡалыусылар күмәкләп башҡарған йыр шул коллективты хасил итеүсе һәр индивидтың хис-тойғоһон да сағылдыра. Шуға күрә хор күмәктең арияһы вазифаһын үтәй, тип әйтергә була.

Мәғлүм булыуынса, 1812 йылғы Ватан һуғышы тарихҡа «Халыҡ һуғышы» тип тә теркәлгән. Ошо күҙлектән ҡарағанда, француздар баҫып инеүе арҡаһында, батша башҡорттарҙың ярҙамға килеүен үтенеүе хаҡында хәбәр алғас та, Байыҡ Айҙар сәсәндән нәсихәти фатихаһы менән аяғынан баҫҡаны, шы­ уышҡаны, дәррәү ҡуҙғалып, яу кәрәк-ярағы әҙерләргә тотоноуы кеүек үк, хорҙың күмәкләп башҡарылған арияны хәтерләтеүе лә «Халыҡ һуғышы» тигәндең мәғәнәһен асыша. Әбейҙәрҙән, ҡыҙ­ ҙарҙан, олатайҙарҙан торған хорҙарҙың яуға китеүселәргә айы­ рым-айырым мөрәжәғәте, китеүселәрҙең дә хор менән яуап биреүе француздарға ҡаршы һуғышҡа, ысынлап та, олоһоноң, кесеһенең бер булып күтәрелеүенең символик кәүҙәләнеше кеүек ҡабул ителә. Алғараҡ китеп, шуны ла әйтеп китеү зарур­ ҙыр. Туранан-тура яу эсендә ҡайнап, тиңһеҙ батырлыҡтары үҙ ғәскәрҙәребеҙ командованиеһының ғына түгел, дошмандарҙы ла һоҡланырға мәжбүр итеүсе башҡорт атлыларының йырҙарҙа исемләп тормай ғына телгә алыныуы ла Беренсе Ватан һуғы­ шының «Халыҡ һуғышы» идеяһын ҡеүәтләй. Шуға ла мәшһүр фольклорсыбыҙ Кирәй Мәргәндең: «Француз яуы тураһындағы йырҙарҙың үҙәгендә халыҡ образы тора»1, — тип әйтеүен хәҡи­ ҡәттең үҙен раҫлауға бәрәбәр, тип баһаларға ҡала.

Әгәр инде һәр хорҙың йөкмәткеһенә килһәк, уларҙы баш­ ҡарыусылар ҡайһы быуынды кәүҙәләндерһә, унда яугирҙарға шул быуынға хас теләктәр сағылыш алған.

Шуныһы ла мөһим: һәр төркөм йыр башҡарыу менән бер рәттән йола ла атҡара. Әбей-Һәбей: 1 Кирәй Мәргән. БХИ: Юғары уҡыу мәктәптәренең филология факуль­ теттары өсөн дәреслек / Яуаплы мөхәрр. Ә. М. Сөләймәнов. — Өфө: БДУ нәшр., 1981. — 126-сы б.

40
Закрыть