Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 37.

мәс тегеп, ҡаймаҡ яҙып май тасҡап, көн-төн ағытмай бейә һауып, турһыҡ, һаба тултырып ҡымыҙ йыйып, аҙыҡ-түлек, ат-тун, кейем- һалым таярлап, халыҡ яуға әҙерләнгән, ти. Бөтә бисә-сәсә, әбей- һәбей, ҡыҙ-ҡырҡын, бишектән төшөп түштән шыуған, аяҡҡа баҫҡан бала-саға бере ҡалмай батырҙарҙы яуға оҙатырға йыйыл­ ған, ти»1.

Яуға әҙерләнгәндә атҡарылған эш төрҙәрен этнографик яҡтан бөтә теүәллегендә һанап сығыу — иртәксе-сәсән өсөн үҙ­ маҡсат түгел. Эпик стиль үҙе шуны талап итә. Ә уның хикмәте шуға ҡайтып ҡала: шул юл менән әҫәрҙә художестволы арауыҡ (пространство) һәм эпик ваҡыт эффекты тыуҙырыла. Эштең төрҙәренә ҡарағанда, улар аласыҡ эсенә генә һыйырлыҡ түгел. Нуҡта кеймәгән тайҙы ихатала ғына өйрәтеп булмай. Уны ҡырҙа йөрөгән еренән, баҫтырып, ҡороҡлап тотоп, аяҡ аҫтында ағас, таш ятмаған урында өйрәтергә кәрәк. Ағас һайлап, уҡ юнған урман, тай өйрәтеү урыны, тимерлек, май, ҡорот тасҡаған ала­ сыҡ — барыһы ла яу алды әҙерлегенең киң ҡолас алыуы, тимәк, арауыҡтың киңлеге, шунда атҡарылған эш төрҙәренең бик тә мәшәҡәтле булыуы тураһында төшөнсә уята. Эпостың тел төбө­ нән «һәнәренә ярашлы һәр кемдең ошо мәшәҡәткә бәйле үҙ өлөшөнә төшкән эште тиҙерәк атҡарыу өсөн мәж килеүе шарт» тигән фекер ҙә аңлашыла. Тотош алғанда, күмәктең бер төптән ҡуҙғалыуы эффектын тыуҙырып, эпос яуға әҙерләнеү эшенең күп яҡлы һәм мәшәҡәтле булыуы тураһында төшөнсә уятыуҙан тыш, эпик ваҡиғаның ағышын талғынайтыуға, уға олпатлыҡ һыҙаты өҫтәүгә ирешә.

«Икенсе әрме» менән, «Байыҡ Айҙар сәсән»дән айырмалы, «Ватан һуғышы» ҡобайырында художестволы деталь булыуға дәғүә итмәле шундай бер күренеш иғтибарҙы тарта: «төрлө яҡтан: урмандан, тау буйынан, туғайҙан... янаралдан — кантонға, яһауылдан — ауылға... ил һаҡларға, яуға», тип, сапҡынсылар, ат ҡушарлап фарман илтә-илтә: Илгә оран һалғанда, Бишектәге бала ла, Тыбырсъшып, уянды; Түшәктәге (йәғни ауырыу. — Ә. С.) баба ла, Ырғып тороп һыҙғанды; Йүгән тауышын ишетеп, Яу аттары уҡранды, — 1 БХИ: Бәйеттәр. — 237-се б.

38
Закрыть