Аҡ батшанан килде хәбәр Оло башҡорт йортона ҡәҙәр.
Оран алды бар ырыуҙар, Йыйылдылар рәт-рәт улдар.
Аҡһаҡалдар уҡьшы фарман: Илде баҫҡан яуыз ялман, Сур тауышы күкте алды, Бөтә ғәскәр тиҙ ҡуҙғалды1.
«Байыҡ Айҙар сәсән» эпосында ла, «Икенсе әрме» риүәйә тендә лә, «Ватан һуғышы» ҡобайырында ла халыҡтың яуға нисек әҙерләнеүе ашыҡмай ғына, ентекләп тасуирлана. Тәүге эпоста был процесс бына нисек бирелә: «Йәштәр ат һайлап, нуҡта һуғылмаған аҫауҙарҙы тотоп, өйрәткән. Урманда уҡ юнып, ала сыҡта ҡыҙаштар (тимерселәр. — Ә. С.) һаҙаҡ һуғып, тана-торпо һуйып — ҡаҡлап, эркет ҡайнатып, ҡорот йәйеп, ҡаймаҡ яҙып — май тасҡап, тире ыҫлап, тун тегеп, көн-төн ағытмай — ҡымыҙ йыйып, кейем-һалым таяралап (йүнәтеп. — Ә. С.), яуға әҙер ләнгәндәр»2.
«Икенсе әрме» риүәйәтендә лә, «Ватан һуғышы» ҡобайырында ла яуға әҙерләнеү процесы эпоста тасуирланғанса бара3. Хатта унан тулыраҡ тасуирланыуы менән айырылып тора. Айырма лыҡ билдәләре тасуирламаның башында уҡ иғтибарға ташлана. Риүәйәттә әйтелеүенсә, батшанан фарман килгәнсе, башҡорттар, йәнәһе, «рус еренә сит дошман килгәнлеген ишетмәй ҙә яталар икән. Был хәбәрҙе ишетеү менән — бөтә Урал халҡы йәшен һуҡҡандай һиҫкәнеп киткән, бөтәһе лә аяҡ өҫтө баҫҡан, ти.
«Урманда уҡ юнып, аласыҡта һаҙаҡ һуғып, тана-торпо, тәкә һуйып, ит ҡаҡлап, эркет ҡайнатып, ҡорот йәйеп, тире ыҫлап, 1 БХИ: Бәйеттәр. — 53-сө б.
2 Шунда уҡ. - 297 — 298-се бб.
3 «Байыҡ Айҙар сәсән» эпосының дүртенсе бүлеге, «Икенсе әрме» йырының беренсе версияһының (икенсеһен 1929 йылда Баймаҡ районы Темәс ауылында Сәғит Мифтахов яҙып алған) риүәйәте төрлө ваҡытта төрлө кешенән яҙып алынһа ла (һәр хәлдә, «Башҡорт халыҡ ижады» том лыҡтарының аңлатмаларында әйтелеүенсә, тәүгеһе 1920 йылда Ғәбит сәсән Арғынбаевтан, икенсеһе 1911 йылда хәҙерге Ырымбур әлкәһе Новосер- геевка районы Мерәҫ ауылында Шәйех ҡурайсынан Мөхәмәтша сәсән Буранғолов яҙып алған), уларҙың йыр өлөшөндә генә түгел, сәсмә өлөшөндә лә тулыһынса тап килештәр күҙәтелә. Ғөмүмән, М. Буранғолов ҡулы тейгән бөтә фольклор әҫәрҙәрендә лә бындай уртаҡлыҡтар йыш осрай. Уның был әлкәләге эшмәкәрлеге махсус тикшереү темаһы булыуға дәғүә итә. Тик ул темаға тотонғанда, М. Буранғоловтың сәсән булыуын, сәсәндең һәр әҫәрҙе үҙенсә интерпретацияларға хаҡы бар икәнен онотмау зарур.
37