5. «Күмәкләгән - яу ҡайтарған» мәҡәленә инеш Сәсәнде халыҡ ҡылды ҡырҡҡа яра алған, серле төйөндө һә тигәнсе сисә белгән, ҡан ҡоймайынса, яу ҡайтарыу ҡөҙрәтенә эйә булған зирәк зат, халыҡ дипломаты тип белә. Байыҡ Айҙар сәсән тап ана шундай заттарҙы кәүҙәләндерә. Шулай булмаһа, «теге яҡҡамы, был яҡҡамы» тип икеләнеп торған халыҡты, арбағандай итеп, дәррәү рәүештә яуға әҙерләнергә күндерә алыр инеме ни!
Башҡорт өсөн яу сабыу — ғәҙәти хәл, тигән кеүек, «Ҡаһым түрә» йырының риүәйәте бәйән итеүенсә, батшанан хәбәр алыу менән, «башҡорттарҙың аҡһаҡалдары йыйылышып кәңәш-төңөш иткәндәр» ҙә: «Барайыҡ, шул дошмандарҙы айҡайыҡ, батыр лығыбыҙҙы күрһәтәйек!» — тигәндәр. Тирә-яҡҡа һөрән һалған дар. «Һуғышырға теләгән кешеләр, ҡоралдарын алып, аттарына менеп сапһын!» — тигәндәр. Күҙ асып йомғансы, йыһан ғәскәр йыйылған. Йыйылышып, һуғышырға тип, юлға сыҡҡандар»1. Бына шулай, батшанан фарман'килеү менән — башҡорттар ара һында башланған ҡуҙғалыш, йәйелеп китмәйенсә генә, ҡыҫҡа- ҡыҫҡа һөйләмдәр менән тасуирлана. Һөҙөмтәлә, тиҙ-тиҙ алы шынған кино кадрҙары ғына тыуҙыра ала торған эффект хасил була ла, халыҡтың тиҙ-тиҙ әҙерләнә һалып, дәррәү ҡуҙғалып, тиҙ арала яуға китеүе күҙ алдына килеп баҫҡандай була.
«Ҡаһым түрә» риүәйәте хаҡында әле әйтелгәндәрҙе «Француз яуы бәйете»нә ҡарата ла ҡабатларға булыр ине. Ни өсөн тигәндә, тәүгеһенең йөкмәткеһе бәйеттә бары теҙмә телмәр рәүешенә килтерелгән кеүек тойола: унда ла Аҡ батшанан хәбәр алыуға, башҡорттарҙың тиҙ арала йыйылыша һалып, ойошҡан рәүештә, яуға китә һалыуы хәбәр ителә. Тик, риүәйәттән айырмалы, «тиҙ» төшөнсәһе бында аҡһаҡалдар, оран һәм сур-һорнай образдары ярҙамында бирелә. Тәүгеһе, «Байыҡ Айҙар сәсән», «Ватан һуғы шы» эпостарында халыҡты Ватан һағына күтәреүсе сәсән обра зын алмаштырһа, икенсеһе, Сыңғыҙ хан өйрәткән йола буйынса (был хаҡта «Сыңғыҙнамә»нән, шәжәрәләребеҙҙән беләбеҙ), яуға саҡырыуға тәғәйенләнешен еренә еткереп үтәй. Оранды ише теп, ырыуҙар бер табандан ҡуҙғала. Өсөнсөһө, хәҙер ҙә хәрби частарҙа поход башланырын хәбәр итеүсе горнды хәтерләтә. Бына шул өс образда, башҡортта нисә ырыу булһа, шуларҙың барыһын да берҙәм ҡуҙғатып, берҙәм күтәреүсе, ойоштороусы көстө дөйөмләштерә. Хәйер, үҙегеҙ хөкөм йөрөтөгөҙ. Бына нисек бирелә был әйтелгәндәр бәйеттең үҙендә: 2 Башҡорт халыҡ ижады. 2-се том. — 240-сы б.
36