Башыңа бәлә килгәндә, Яман булһа ла, күргәндә, Үҙ туғаның — шул яҡшы: Ике туған талашыр — Атҡа менһә, ярашыр1.
Тап ошо урында батшанан фарман килгәнгә тиклем 37 йыл элек баҫтырылған ихтилалды тағы телгә алыу урынлы булыр. Башҡорт халҡын оло юғалтыуҙарға дусар итеп, ихтилалдың карат тар тарафынан аяуһыҙ баҫтырылыуын ғына түгел, ул биргән форсатты ла иҫенән сығармаған, әлбиттә. Пугачев менән Салауат етәкселегендә азатлыҡ өсөн көрәштә башҡорттар беренсе тап- ҡыр рустар менән бер сафта була. Нәҡ яңы килеп тыуған тарихи шарттар өсөн был фактор айырыуса мөһим әһәмиәткә эйә була. Байыҡ сәсәндең туғанлыҡ тураһындағы фәлсәфәһенең дә төбөн дә ошо идея ята. Уныңса, «ата-әсә бер булған» ғына түгел, һыу- ҙаш та, ерҙәш тә — туған: Бер йылғанан һыулаған, Бер тупраҡта аунаған, Әсәләй күреп шул ерҙе, Ырыҫын шуға төйнәгән, Төйәкләнеп, туҡланып, Йәндәй күреп, һоҡланып, Йыр йырлаған, көйләгән, Моңон-зарын үҙ-ара Бер-беренә һөйләгән ... — Бер туғаның шул булыр2.
«Моңон-зарын үҙ-ара Бер-беренә һөйләгән»гә, йәғни аңла шып эш иткәнгә лә, тап рус һәм башҡорт үткән Крәҫтиән яуы ның төп хәрәкәт көсө була. Халыҡтың әүҙем ҡуҙғалыуына, эпос буйынса, Байыҡ сәсәндең ошо факторҙы кинәйәләүе лә ҙур роль уйнаған.
1 БХИ / Төҙ., инеш мәҡ., аңлатмалар һәм һүҙлек авт. Нур Зарипов; Яуап лы мөхәрр. Зиннур Ураҡсин. — Өфө: Китап, 2000. — 5-се том: Эпос (Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр) — 396-сы б.
2 Сәсән аманаты. — 297-се б.
35