Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 33.

ҡанын ҡойған! Шул хәлдәрҙән һуң тәхет хужаһы, оялмайынса, ярҙам һорап мөрәжәғәт итһен әле!

Байыҡ Айҙар сәсәндең: Олатайҙар дихайға (буштан бушҡа. — Ә. С.) Мәскәүгә баш эймәгән: «Яҡла!» — тип, Аҡ батшаға Бушҡа тик ант бирмәгән!

Ай, ант, тигән, ант, тигән, Антың йотма, тот, тигән — Ярлыҡамаҫ ят, тигән, Ятҡа анттан ҡайт, тигән.

Туғанға биргән аҡ антың, Менер аттай, көт, тигән, — тип, анттың изге төшөнсә икәнен, бабаларыбыҙҙың Аҡ бей бат­ шаға буштан-бушҡа (ябайлаштырып әйткәндә, ҡоторғандан) ант итмәүен хәтергә төшөрөүе халыҡты икеләнеү-сайҡалыуҙан арындыра.

Артабан сәсәнгә шул әйткәненә өҫтәп: Аҡ бей батша йөҙөндә Башҡорт илен «эркелеп ҡандан һаҙ, ...бөтмәҫ зар» ҡалдырған Сыңғыҙ, уның вариҫтары ише хандарҙан ҡотҡарыусыны күре- үен аңлатып: Мәскәүҙә ҡупҡан шау, тиҙәр, Килеп баҫкан яу, тиҙәр.

Француз булһын, кем булһын, — Ситтән килгән ят булыр, Унан илгә ҡот булмаҫ, Баҫкан ере ут булыр, Үҙе Сыңғыҙҙай эт булыр\ — тип мөрәжәғәт итергә генә ҡала. Йәғни, үҙенең бөйөк һәм йәш замандашы А. С. Пушкиндың «былые обиды позабыв» тигәне менән мәғәнәләш башҡорт мәҡәлен телгә алып, Байыҡ сәсән дә үпкә һәм асыуҙы онотоп торорға, уртаҡ Ватан яҙмышы хәүеф аҫтында булғанда, бер нигә лә ҡарамай, уны яҡларға берҙәм күтәрелергә саҡыра. Бына ни тип мөрәжәғәт итә ул халыҡҡа: 1 БХИ / Төҙ., инеш мәҡ., аңлатмалар һәм һүҙлек авт. Нур Зарипов; Яуап­ лы мөхәрр. Зиннур Ураҡсин. — Өфө: Китап, 2000. — 5-се том: Эпос (Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр) — 294-се, 296-сы бб.

34
Закрыть