әйткән аҡыллы һүҙе менән ярҙам итһә, һуңғылары — ғәскәр менән. Ҡарамаҡҡа, абстракт төшөнсәнән генә ғибрәт булған һүҙ менән материаль кәүҙәләнешле ҡораллы көстө бизмәндә үлсәп булаһы түгел. Әммә икеһе лә батшаны ауыр хәлдән сығара. Тимәк, художестволы функциялары менән улар бер үк әһәмиәткә эйә. Хәйер, реаль ысынбарлыҡ йәһәтенән дә улар бер үк әһә миәткә эйә. Ни өсөн тигәндә, тап ошонда Карл Маркс тигән аҡыл эйәһенең: «Массаны яулап алдыңмы, һүҙ материаль көскә әүерелә», — тигәне ғәмәлдә раҫлана: Кутузов һәм Платов етәксе легендәге ғәскәргә, иш янына ҡуш булып, башҡорт атлылары килеп ҡушыла.
Шулай итеп, ике халыҡтың фольклорында «Ярандары менән батшаның ҡото алынғаны, Мәскәүҙе ташлап ҡасҡаны» тигән бер үк мотивтың (микросюжеттың) урын алыуы һәм унда сағыл ған ситуацияның типологик яҡтан бер төрлө баһаға эйә булыуы «Ярҙамсы персонаждың булышлығы менән герой ҡыйын хәлдән ҡотола» тип атамалы мотив ярҙамында көсәйтелә.
4. В. Шекспирҙың Гамлетын баш ватырға мәжбүр иткән дилемманы Байыҡ Айҙар сәсәндең А. С. Пушкинса хәл иткәне Үткән ҡанлы көндәрҙе халыҡ тиҙ генә онота алмаған. Хәтер тигән ғилләнең шул яғы «Байыҡ Айҙар сәсән» эпосында бик йәтеш кенә асыла. Дөрөҫ, унда был хаҡта туранан-тура әйткән бер генә һүҙ ҙә юҡ. Әммә Салауат яуынан һуң, эҙ яҙҙырып, сит- ят яҡтарҙа ҡасып йөрөгән еренән ҡайтып төшкән Байыҡ сәсән дең биленә еткән аҡ һаҡалын елпелдәтеп: Ниңәлер һүлпән туйығыҙ — Үлек сығыр өй һымаҡ! — тип әйткән тәүге һүҙенән үк, батша фарманын алып, йыйынға йыйылған халыҡтың, Вильям Шекспирҙың Гамлеты әйтмешләй «итергәме, итмәҫкәме» («быть или не быть») тигән дилемма алдында ҡалыуы яҡшы аңлашыла. Шулай итмәй һуң! Екате рина II фарманы буйынса, әле генә ҡанға батырып, Салауат яуы баҫтырылған. 175-әр тапҡыр һуҡтырылып, танауы ҡырҡтырылып, маңлайына тамға һалынып, халыҡтың һөйөклө батыры менән уның атаһы мәңгелеккә каторгаға юлыҡтырылған. Шул әбей батшаға тиклем нисәмә хакимдың караттары башҡорттоң күпме 33