Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 31.

Үҙәк менән мөнәсәбәте тарихын белмәгән кеше генә аңламаҫҡа мөмкин.

«Ярандары менән батшаның ҡото алынғаны, Мәскәүҙе таш­ лап ҡасҡаны» мотивы 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһындағы рус фольклорына ла хас. Мәҫәлән, «Кутузов и Платов» тигән йырҙа был хаҡта бына ни тип әйтелә: Наполеон-то, Наполеон Шел на Россию воевать.

Захотел всем светом владать — Александру страх царю задать.

Александра вот он устрашился, Назад ему письмо отписал.

Господа-то все наши дворяне, Они перепужались, не знают, как быть, Перепужались да все разбежались, — Ой, в Москве нету, братцы, никого1...

Һуғыштың тәүге осоронда рус ғәскәренең уңышһыҙлыҡҡа осрауының сәбәбе, башҡорттоң «Икенсе әрме» риүәйәте менән «Ватан һуғышы» ҡобайырындағы кеүек үк, был йырҙа ла бер төрлө аңлатыла: йәнәһе, быға батша һәм уның ярандарының булдыҡһыҙлығы, ҡурҡаҡлығы ғәйепле. Француздарҙы илдән ҡыуыу өсөн барған һуғышта иң әүҙем ҡатнашҡан ике халыҡтың фольклорында ана шулай килеп тыуған хәүефле ситуацияға бер төрлө баһа бирелеүе уларҙың оло Ватан яҙмышы өсөн берҙәй борсолоуы тураһында һөйләй. Ә инде фольклор ғилеме күҙле­ генән ҡарағанда, был урында ысынбарлыҡтың бер үк күре­ нешенең типологик яҡтан оҡшаш баһаланышы хаҡында һүҙ алып барырға булыр ине.

Әле әйтелгәндәргә шуны ла өҫтәү урынлы булыр. Фольклор­ ҙың яҙылмаған ҡануны буйынса, был әҫәрҙә лә ҡыйын хәлдә ҡалыусыға ярҙам итеүсе табыла. Сюжетлылыҡ йәһәтенән ҡара­ ғанда, «Ярҙамсы персонаждың булышлығы менән герой ҡыйын хәлдән ҡотола» тип атамалы мотив килеп өҫтәлә. Әгәр башҡорт халҡының «Икенсе әрме» риүәйәтендә шундай ярҙамсы ро­ лен — исемһеҙ балыҡсы, «Ватан һуғышы» ҡобайырында Байыҡ сәсән атҡарһа, рус халҡының әле телгә алынған йырында ул вазифа туранан-тура Кутузов менән Платовҡа йөкмәтелгән. Тәү­ геләре батшаға башҡорттарҙы ил һаҡлауға йәлеп итеү кәрәклеген 1 Русские исторические песни: хрестоматия для студентов филоло­ гических специальностей / В. И. Игнатов. — М.: ВШ, 1985. — С. 174.

32
Закрыть