Дошман яуын еңгән һуң, Ил ҙур туйын иткәндә, Яу ҡайтарған батырҙар Үҙ бүләген көткәндә, Миңә тигән бүләгең Бергә булыр, оло шаһ!1 — тип яуап бирә батшаға. Байыҡтың был яуабы — уның йәне теләгән бүләк һайларға батша биргән форсаттан баш тартыуы түгел. Юҡ, ҡобайырҙа был осраҡта «аҡыллы кәңәш өсөн бүләк» тигән традицион мотив модернизацияға дусар ителә: аҡыллы кәңәше өсөн түгел, шул кәңәше ғәмәлгә ашһа ғына, батша бүлә генә лайыҡ буласағын, тимәк, ул тантаналы һәм ҡыуаныслы мәлде, дошман яуын еңгәнсе, кисектереп торорға теләүен генә белдерә сәсән. Батшаға: Дошман күрһә, алдында Арыҫландай, ажғырып, Юлбарыҫтай матҡурьт, Ил һаҡлауҙа дан тапҡан, Башҡорт халҡың бар ҙаһаң! — тип, «дошман яуын еңеү» тигән һүҙ, шул халыҡты ярҙамға саҡыр, тип әйткән кәңәшенең ғәмәлдә раҫланыуы буласағына ышаныуын да, аванс рәүешендә бүләк алырға күнекмәүен дә, нәфсе ҡоло түгел икәнлеген, сәсән исеменең бәҫен һаҡлаусан икәнен дә — барыһын да бер юлы асып биргәндәй була.
Риүәйәттә һәм ҡобайырҙа әйтелгәненсә, йәнәһе, балыҡсы ҡартҡа алғыш әйткәндән һуң ғына батша башҡорттарға мөрә жәғәт итә була. Бында һүҙ, әлбиттә, Рәсәйгә француздар баҫып ингән мәлдә, тотош ил халҡына мөрәжәғәт итеп, батша Алек сандр I иғлан иткән манифест күҙ уңында тотола (уны йыйын дарҙа, сиркәүҙәрҙә, мәсеттәрҙә иғлан иткәндәр2). Әммә риүә йәтте ижад итеүселәр уны, тик башҡорттарға ғына ҡағылған документтай күреп, үҙҙәренсә интерпретациялаған (хәйер, бат шаның бүтән ҡәүемдәргә мөрәжәғәте, уларға мәғлүм булмауы ла ихтимал). Батша манифесына риүәйәттә шундай мәғәнә һалы ныуҙың кинәйәһе: «Ә-ә, ана шулай була ул. Башҡорттарға көнөң төштө түгелме?!», — тип әйтергә теләү икәнен халҡыбыҙҙың 1 Сәсән аманаты. — 271-се б.
2 История Башкортостана с древнейших времен до 60-х гг. XIX века. — С. 391.
31