Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 29.

бер новеллистик әкиәт тә бар. Тоғро хеҙмәт итеп, ҡайтырға йыйынған хеҙмәтсегә бай: «Рәхмәт әйтәйемме, аҡса бирәйем- ме?» — ти. Хеҙмәтсе аҡсаға ҡыҙыға. Ләкин юлбаҫарҙар уны талап ала. Кире килеп, тағы бер йыл шул уҡ байҙа ялсылыҡта тороп, эш хаҡы урынына рәхмәт алыуы була — эше гел уңа. Ул хатта батша ҡыҙын кәләш итеүгә өлгәшә (Уның сюжет тибы яҡынса: АТ — + АТ 910 В — Аҡыллы кәңәштәр + 300 + 303 — Аждаһаны еңеүселәр + 1415 — Алыппырыу-теүепггереү + 882 — Ҡатын тоғролоғо хаҡында бәхәс)1. Халҡыбыҙҙың инанысы бу­ йынса, бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара. Юғарыла телгә алынған хикмәт менән әкиәт, асылда, шул инаныстың ғәмәлләшеүе (реализация) иллюстрациялауға ҡоролған.

«Икенсе әрме» риүәйәтендә лә аҡыллы кәңәш биргән балыҡсы ҡартҡа батшаның: «Ай, ҡартым, алтын табаҡтан бергә аш ейгән һанаттарым, мамыҡ түшәктә бергә ятҡан бисәм бир­ мәгән аҡылды бирҙең, — тип, алғышлана-алғышлана, — рәхмәт, ҡартым, мин хәҙер янаралдарымды илгә таратырмын. Башҡорт­ тарҙы ла ярҙамға саҡыртып ҡарармын», — тип әйтеүе — бүләк биреүгә бәрәбәр. Рәхмәт һүҙенең батша ауыҙынан сығыуы былай ҙа бүләккә тиң был һүҙҙең бәҫен бик күпкә күтәрә төшә. «Ватан һуғышы» ҡобайырында ла батша, тәүҙә һанаттары ла, бисәһе лә, хатта әсәһе лә «бирмәҫ аҡыл» биргән ҡартты, үҙенең батшалыҡ эгоислығына барып, «Алама ҡарт булһаң да», тип кәмһетеңкерәп ҡараһа ла, кәңәше өсөн, алғышлана.

Алама ҡарт булһаң да, Уйыма маяҡ булдың һин.

Ал бүләгең, — тине, ти, — Әйт теләгең! — тип әйтә була. Байыҡ сәсән әйткәнде ышаныслы һанаттары менән ҡатыны ғына түгел, хатта әсәһенән алыуға ла өлгәшә алмаған кәңәш тип атауы ла — юғары баһа. Шуның өҫтөнә ул кәңәште уйына маяҡ тип таныуы — баһаны тағы ла бәҫлерәк итә. Байыҡ сәсәнгә үҙе теләгән бүләкте һайлап алырға форсат биреүе шул бәҫле баһаға тағы ла бәҫлерәк баһа биреүенә тиң. Тик Байыҡ: 1 БХИ / Текстарҙы һайлап алыусыһы һәм төҙ. Әхмәт Сөләймәнов. Аңлатмалар Лев Бараг менән Әхмәт Сөләймәновтыҡы; Яуаплы мөхәрр. Салауат Галин. — Өфө: Китап, 2008. — Әкиәттәр: 4-се китап. — № 68, 374-се б.

30
Закрыть