Елдән етеҙ елер ул, Кермәҫ ергә керер ул, Ил тынышын белер ул, Теле менән телер ул, Үтмәҫте булат ҡылыс — (Уға төҫ шундай ҡылыҡ).
Ил теләген һөйләр ул, Көйһөҙҙәрҙе көйләр ул, Яйһыҙҙарҙы яйлар ул, Һайлам ирҙәр һайлар ул — Һайланғанын барлар ул, Илдә ундай бар, бар ул, — тип әйтелгәнде Байыҡ сәсән «Ватан һуғышы» ҡобайырында тулыһынса аҡлай: ул башҡорт халҡының тулы хоҡуҡлы илсеһе сифатында сығыш яһай. «Икенсе әрме» риүәйәтендәге ҡарт образынан айырмалы, башҡорттоң үҙ илсеһе ауыҙынан батшаға башҡорт халҡының Рәсәйҙе яҡларға әҙер икәнен әйттереү — бабаларыбыҙҙың үҙ теләктәре менән яуға барырға һүҙ биреүҙәре хаҡында документтарҙа әйтелгән тарихи дөрөҫлөктө художест во сара ярҙамында раҫлауҙан ғибәрәт. Шуға күрә лә, ҡобайыр, дошман баҫып ингәндә, мөшкөл хәлдә ҡалған Александр батшаға аҡыллы кәңәш биреүсе әллә кем түгел, Байыҡ сәсән булған имеш, тип уйҙырмаға юл ҡуйһа ла, был алым, художестволы раҫланыштан тыш, идея йәһәтенән дә тулыһынса аҡлана.
Эпос һәм әкиәт сюжетының эске ҡануны буйынса, аҡыллы кәңәштең ярҙамы кемгә тейә, шул кеше, ни рәүешле булһа ла, бүләкләнергә тейеш (тупаҫыраҡ әйткәндә, был жанрҙарға ҡара ған әҫәрҙәрҙә «мин — һиңә, һин — миңә» ҡануны сюжетты хәрәкәт иттереү ҡеүәһенә эйә). Ә ундай бүләк мотлаҡ матди булырға тейеш тимәгән. «Изгелеккә — изгелек» принцибы бу йынса, уны изге теләк, алғыш, рәхмәт һүҙе лә компенсациялай ала. Был юлы «рәхмәт!» һүҙенең бөтә бүләктәрҙән дә бәҫле, бөтәһенән дә ҡиммәт булыуы хаҡындағы боронғо инаныс үҙ көсөнә инә булыр. Бер хикмәттә (притчала) әйтелеүенсә, үҙенә изгелек ҡылған егеткә пәйғәмбәр: «Рәхмәт әйтһәм, күберәк булыр. Бер баш үгеҙ бирәйем дә ҡуяйым», — тип үгеҙ етәкләтеп ебәргән, ти. Был мотивҡа (үкенескә ҡаршы, халыҡ-ара әкиәт сюжеттарының типтары күрһәткестәренә ул теркәлмәгән. Шуға күрә уны «АТ — » тип кенә билдәләргә тура килә)1 нигеҙләнгән 1 АТ — The Tupes of the Folktale. A. Classification and Bibliography Anti Aame's Vezeichnis der Marchentypen (FFC 3) .Translated and Enlarged by S. Thompson. — Helsinki, 1961 (FF 184).
29