Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 27.

Нисек тапҡыр итәм, тип, Сал бөркөттәй талпынып Килгән тиле — мин икән1.

Шул инеш һүҙенән һуң ғына Байыҡ сәсән үҙенең аҡыллы кәңәшсе миссияһын атҡара: Ай, оло шаһ, оло шаһ, Ҙур илеңдең ситендә, Урал тауы ерендә, Башҡорт тигән халҡың бар.

Алтмыш тоҡом ҙур илдең Әсәһендәй һанаған Илен дошман баҫҡас та, Көнбайышта күк йөҙөн Ҡан шәүләһе алғас та, Урал тауы һелкенеп, Ағастары, ҡош-ҡорто — Бөтәһе лә елкенеп, Илгә оран һалғандай Булып бары тойолдо; «Мәскәү китһә — ил китер, Иҙел китһә — юл бөтөр, Урал китһә — көн бөтөр, Унан беҙгә ни булыр?

Алтмыш тоҡом ҙур илең Сит дошманға ҡол булыр»2.

Башҡорт халҡының Оло ил — Рәсәйҙе әсәһеләй күреүен, шуға күрә ошо илгә дошман баҫып ингәс, Урал тауы һелкенеүен әйтеп сәсән ул баҫҡынсыларҙың башҡорт өсөн дә дошман икә- нен иғлан итә. Мәскәүҙең ҡулдан ысҡыныуы, Уралдың да ҡол буласағын әйтеп, башҡорт өсөн Тыуған ил, Ватан берлеге, тимәк, батшамы ул, кем булһа ла, рустар менән яҙмыштар уртаҡлығы мөһим икәненә баҫым яһай.

Сәсән хаҡында бер ҡобайырҙа: Балаҡтарын төрөр ул, Илдән-илгә йөрөр ул, Ил хәстәрен күрер ул; Уңды, һулды айҡар ул, Барын-юғын байҡар ул; 1 Сәсән аманаты — 270-се б.

2 Шунда уҡ. — 271-се б.

28
Закрыть