«Ватан һуғышы» ҡобайырында батша Александрға кәңәш биреүсе аҡыл эйәһе ролен, Мөхәмәтша сәсәндең ихтыяры бу йынса, Байыҡ Айҙар сәсән башҡара. «Икенсе әрме»лә аҡыллы кәңәш биреүсе ҡарт пәйҙә булыуы батшала башта ниндәй реак ция тыуҙыра, ул хаҡта бер һүҙ ҙә юҡ. Быныһында иһә, әйтерһең, сәсән шуны етешһеҙлек тип иҫәпләгән. Һәр хәлдә, батша Байыҡ тың сәләмен алмай. Үҙ хәлен үҙе белмәгән әҙәмдәй, әллә кем булып ҡыланып: Күҙен генә һалды ла, Һанға алмай Байыҡты, Батша уйға талды, ти1.
Билдәле, сәсән булғас, үҙен тотошо ла сәсәнсә, кәңәше лә сәсәнсә Байыҡтың. Үҙ хәлен белмәй, батшаның һауаланып мата- шыуына иҫе лә китмәй генә әйтер һүҙен әйтеүҙән туҡталып ҡалмай. Улай ғына ла түгел, уға һүҙ тейгеҙеп алырға ла ҡыйыу лығы етә: «Сал бөркөттәй талпынып, Килгән тиле — мин икән», — тип, үҙ-үҙен шелтәләп, үкенгәндәй ҙә итә. Бына ул ни ти: Илгә аҙамат батша, тип, Илебеҙгә ҡашҡа, тип Түрәләрең һөйләгән; Ырмау һалып фарманьщ Илде һиңә бәйләгән; Йыл саҡырған кәкүктәй, Бар түрәң дә маҡтаған, Мин, мин, тигән, мин, тигән.
Ҙур батшабыҙ һин икән!
Батша, батша тигәс тә, Илдә ҡашҡа тигәс тә, Ҡылды ҡырҡка ярырҙай, Күҙенә ҡан һауҙырып, Яу килгәндә, арыҫландай, Ҙур илебеҙ эсендә Ҡа шҡаларҙың -ҡа шҡаһы, Алтмыш телдә һөйләгән Сәсәндәрҙең оҫтаһы, Данлы илдең эсендә Ил тоторҙай мырҙаһы Тиеп уйлап, елкенеп, 1 Буранғолов М. Сәсән аманаты / Төҙ. баш һүҙ авт., яуаплы мөхәрр. Берйән Байымов. — Өфө, 1995. — 270-се б.
27