Тарихи факттан айырмалы рәүештә, халыҡ фантазияһы бат ша ғали йәнәптәрен үҙе нисек күрергә теләй, фольклорҙа уны шулай тасуирлай. Беренсенән, ул, йәнәһе, француздар Мәскәүгә килеп ингәс кенә, йәғни көнө төшкәс кенә, башҡорттарға мөрә жәғәт итә. Икенсенән, шундай фарманын биргәнсе, үтә лә меҫ кен хәлендә ҡала була. Ошо алым батшаның былай ҙа мөшкөл хәлен тағы ла мөшкөллөрәк итеп, трагикомик юҫыҡта күҙ алдына килтерергә форсат бирә. Ни өсөн тигәндә, дошман баҫып ингән дә, ауыр хәлдә ҡалыуы трагик башланғыслы итеп күрһәтелһә, үҙен батыр тип иҫәпләүен иҫәпкә алһаҡ, ошо хәле уның, асылда, бахыр икәнен аса. Ҡобайырҙа «Миңә һис юҡ тиң, тиеп, Күкрәк һуғып торғанда» тигән ике юллыҡ араһына әгәр ҙә сәсән: Кылыс, хәнйәрен аҫып, Көҙгө алдына баҫып, Һыйпап һомғол буй-һынын, Бора-бора мыйығын, — тип тә өҫтәһә (сөнки ул хаким һыланып-һыйпанырға, үҙенең матурлығына үҙе һоҡланырға яратҡан, ти), әҫәрҙең трагикомик пафосы бермә-бер көсәйә төшөр ине.
Әкиәт йә эпос батыры йәиһә легенда һәм риүәйәт ҡаһарманы ауыр хәлгә тарығанда, ғәҙәттә, кинәт уның алдында аҡыллы ҡарт пәйҙә була. Тап бына ошо фактор, ана-бына өҙөләм-өҙөләм инде, тип торған сюжетҡа артабан үҫеү өсөн этәреш бирә. «Ҡаһым түрә» риүәйәтендә ундай ярҙамсы персонажға урын бөтөнләй бирелмәгән. Уның ҡарауы, эпосҡа тартым «Икенсе әрме» риүәйәте был традицион ҡанун менән иҫәпләшкән. Яран дарынан һүҙ ярҙамы ала алмай, аптырауҙа ҡалған батша алдында бер балыҡсы ҡарт пәйҙә була. Пәйҙә була ла бына ни ти: «Ай, оло батша! Ниңә был хәтле ҡайғыраһың? һиңә, алтын тәхетеңде, олатайҙарыңдың зыяратын ташлап, Мәскәүҙе ҡалдырып сығыу ауыр булһа, илде дошманға биреп тороу — ил халҡы өсөн бигерәк тә ауыр. Бер ҙә ҡайғырма! Һинең халыҡтарың Мәскәү тирәһендә генә йәшәмәйҙәр бит! Ат өҫтөндә ҡорҙай уйнаған, Сабып килһә, елдәй гөжләгән, Ҡая таштарҙа аҡ кейектәй һикер гән, Шыр урманды өс бүкәндәй һанаған, Юшанлы сағылдарҙы еҙ йыландай аралаған, Бүре, айыуҙы ҡуй бәрәндәрҙәй ҡырған, Саңғыла һыуҙағы балыҡтай йөҙгән башҡорт тигән халҡың бар бит! Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ, тигәндәй, улар беҙҙең менән бер ерҙе еҫкәгән, бер һыуҙы эскән халыҡ бит. Шуларҙан да ярҙам һора!»1.
1БХИ. 2-се том: Риүәйәттәр, легендалар. — 236-сы б.
26