данлыҡлы Ҡыҙыл Армияға хыянат итеп, тотош ғәскәре менән фашистар яғына сыҡҡан генерал Власовты Гитлер ҡабул итмәгән кеүек, Тәфтиләү, Соймонов, Урусов ишеләр ҙә батша һәм уның ярандарында, моғайын, ерәнеү тойғоһо тыуҙырмай ҡалмағандыр, тимәксемен1.
Бүгәсәү һәм Салауат яуынан һуң да башҡорттоң башынан һыйпамағандары мәғлүм. Тик был тәңгәлдә һүҙ алып барғанда, тарихсыларыбыҙ бары Емельян Пугачевтың д үрткә тураҡла- ныуын, Иван Зарубиндың башы киҫелеүен, Салауат менән Юлайҙы, улар үҙҙәре яу менән үткән урындарҙа йөрөтөп, 175-әр тапҡыр һуҡтырылыуҙарын, тимер баҙлатып, маңлайҙарына ҡайта-ҡайта тамға һуҡтырылыуын, танауҙары ҡырҡып алыны- уын, уларҙың һәм тағы һигеҙ пугачевсының Рогервик ҡәлғәһенә мәңгелек каторгаға оҙатылыуын әйтеү менән сикләнеүсәндәр2.
Яндар ҙа тартып, ук аттым, Беләккәйем ергә таянып.
Иҫ китерлек эштәр эшләнек, Салауат тигән иргә таянып, — тип данлаған батырының ҡаты язаларға дусар булып, ихтилалдан һуң башҡорт башына төшкән яфаларҙы, «Тәфтиләүҙең ҡылған, ай, ҡәһәрен, Үҙе белмәһә лә, ил белә», тигән кеүек («Тәфтиләү» йыры), тарихсылар теркәмәһә лә, халҡыбыҙ бөгөн булһа ла оно та алмай. Ә ул саҡта? Ул саҡтамы, XVIII быуат урталарында булған яуҙарҙан һуң башҡорт башы өҫтөндө ҡанлы балталарҙың нисек уйнауын үҙ күҙҙәре менән күргән, аяуһыҙ язаларға үҙҙәре дусар ителгәндәрҙең байтағы иҫән булған әле. Француз яуы башланғанда, Салауат яуы баҫтырылыуға иһә ни бары 37 йыл ғына үткән була. Шуны ла иҫәпкә алайыҡ. Бына шул факторҙар барыһы ла риүәйәтселәргә, сәсәндәргә батшаны ла, уның яран дарын да, илгә француздар баҫып ингәндә, меҫкен хәлдә ҡалыусы булдыҡһыҙҙар итеп күҙаллатырға тырышыу өсөн, форсат биргән дә инде. Был алым улар өсөн — үҙенә күрә үс ҡандырыу (үсте компенсациялау) сараһы булған.
1 История Башкортостана с древнейших времен до 60-х гг. XIX века. — С. 346 - 347.
2 Там же. — С. 331: Очерки по истории Башкирской АССР: — Т. I. — Ч. 1. — С. 252; Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. — Өфө: БЭ, 1997. — 348-се б.: Вәлиди Ә. Башҡорттар тарихы. — Өфө, Китап, 2005. — 169-сы б.
25