Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 23.

ҙә етә. 1735 йылдың декабрендә бер һөйәнтүс ауылында ғына Тевкелев етәкселегендәге караттар, ҡартын-йәшен, ҡатын-ҡы- ҙын, бала-сағаны айырмай, 1000 кешенең йәнен ала. Көтөүгә тарыған бүре үҙе ашарлыҡ бер һарыҡ менән генә сикләнеп ҡал­ май, барыһын да тамаҡларға тырышҡан һымаҡ, башҡорт ҡанына ныҡ ҡаныҡҡан шул әҙәм аҡтығы, 105 башҡортто һарайға бик­ ләп, тереләй яндыра. Башҡорт ҡанында йөҙөү буйынса халҡы­ быҙҙың ҡарғыш йырына лайыҡ булған шул ҡанэскес менән ярышҡа сыҡҡандай, ихтилалда ҡатнашыусыларҙы, уларҙың ғаилә­ ләрен ҡырыуҙа генерал Соймонов менән Урусовтар ҙа дан ҡаҙа­ налар. Шул йәлләттәрҙең тәүгеһе XVIII быуаттың 30-сы йыл­ дарында ихтилалда ҡатнашыусы башҡорттарҙың 3665-ен һуғыш барышында, яу баҫылғас, 404-ен язалап үлтерә; 802-һен һөр­ гөнгә һөрә; 2419-ын рус ҡалаларына, 607-һен властарға тоғро татарҙарға өләшә; халыҡтың 6870 баш йылҡы малын, 9529 һум 12 тинлек мөлкәтен, 2034 һум 96 тинлек аҙыҡ-түлеген тартып ала; 343 ауылын, 3220 йортон, 88 йәйләүен яндыра. Башҡорт халҡы алдында икенсеһе ҡылған гонаһтар тағы ла ауырыраҡ. Был әҙәм аҡтығы нимә эшләй? «С целью оставить у башкир "потомственный страх" Урусов собрал под Оренбургом около 6 тысяч повстанцев и членов их семей и 25 августа 1740 г. организовал публичную экзекуцию и казнь башкир: 5 человек были посажены на кол, 11 — повешены за ребра, 85 — повешены, 21 — обезглавлен». Күрәһең, шул тиклем «подвиг ҡылғандан» һуң йәлләттәр арып китә. Ял итеп алғас, шул уҡ йылдың 17 сен­ тябрендә ҡан баҙарын яңынан асалар. Был юлы «күргәҙмәле яҙалатып», Урусов 170 башҡортто үлтертә, уларҙың ҡатындары менән бала-сағаһын награда урынына караттарға бүләк итә; 301 кешенең ҡолағы менән танауын ҡырҡтыра. 1739— 1740 йыл­ дарҙа йәмғеһе 16 мең башҡорт үлтерелә, 725 ауыл көл-күмергә әүерелдерелә, 5298 йылҡы малы, 5736 һыйыр тартып алына, Башҡорт халҡы өҫтөнә бүтән яфалар ҙа мул яуҙырыла1. Әйт­ кәндәй, Тәфтиләү кеүек үк, Соймонов тигән ҡанэскес тә, баш­ ҡорт ҡанында кинәнеп йөҙгән Урусовы ла төрки ҡәрҙәштә­ ребеҙҙән сыҡҡан шул суҡынмыштар булған. Дине, исем-аттары рустыҡы булыуы арҡаһында, улар, асылда, тарих алдында рус халҡының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергән, тимәк, уның алдында ла гонаһлы. Хәйер, милләтенә, диненә, теленә хыянат итеп, бат­ ша властарына ярамһаҡланыусы ялағайҙарҙан тағы ни өмөт итмәк кәрәк! Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ватанына, халҡына, 1 Очерки по истории Башкирской АССР. — Уфа, 1956. — С. 186.

24
Закрыть