исеме менән аталған. Уның Александр икәне әйтелә: йәнәһе, сәсән, формаль рәүештә булһа ла, тарихи фактҡа хилаф ҡылырға теләмәй. Әммә батшаны исемләп телгә алыуҙың маҡсаты бының менән генә сикләнмәй. Оло хакимдың исеме художестволы әһәмиәткә лә эйә. Ул «Байыҡ Айҙар сәсән» эпосы һәм «Икенсе әрме» риүәйәте раҫлағанды, йәғни француз яуы баҫып ингәндә, ғөмүмән, Рәсәй батшалығының хәле мөшкөл икәнен документаль яҡтан дөрөҫләү ҡеүәһенә эйә.
«Ватан һуғышы» ҡобайырында тағы шундай алым ҡулланыла: сәсән тәүҙә Александр батшаның халыҡты һанламауын, һанат, байҙарға ғына таяныуын иҫкә ала ла, «мин — ҡашҡа» (йәғни батыр), «тиңһеҙ батша», тип маҡтаныусан хаким итеп күрһәтә. Хәйер, бына үҙегеҙ хөкөм йөрөтөп ҡарағыҙ. Бына нисек күрһә телә Александр батша ил яҙмышы ҡыл өҫтөндә торған мәлдә: Һанға алмай күплекте, Һанат, байҙан бүтәнде Таяныс тип белмәгән, Ил халҡыны кәмһетеп, Ҡуй-Һарыҡтай һанаған, Ҙур илдә мин — ҡашҡа, тип, Илдә тиңһеҙ батша, тип, Һис тә хурлыҡ күрмәйсә, Үҙе һис йәш түкмәйсә, Алтынланған һарайҙа Александр — мин, тиеп, Миңә һис юҡ тиң, тиеп, Күкрәк һуғып торғанда, Наполеон яу менән Илгә баҫып инде, ти: Өскә бүлеп ил яуын, Ил үҙәге — Мәскәүгә Дошман ҡулын һуҙҙы, ти; Ҙур ҡаланың халҡы ла, Алтын һарай эсе лә, Һанаттары, батша ла Аптырауҙа ҡалды, тиК Батша һәм уның ярандарының риүәйәттә шулай меҫкен һәм булдыҡһыҙ заттар тип күрһәтелеүен аңлар өсөн, башҡорт ихти лалдарын, уларҙың ҡанлы баҫтырыла килеүен хәтергә төшөрөү 1 Буранғолов М. Сәсән аманаты / Төҙ., баш һүҙ авт., яуаплы мөхәрр. Берйән Байымов. — Өфө: Китап, 1995. — 266-сы б.
23