Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 21.

Йыйынға йыйылып: «Барайыҡ, шул дошмандарҙы айҡайыҡ, батырлығыбыҙҙы күрһәтәйек!» — тип, башҡорттарҙың ҡарар ҡабул итеүен доброволецтар ораны тимәй, ни тип атамаҡ кәрәк?! Бындай патриотик хәрәкәт тарихи Башҡортостан йөҙөндә икен­ се ватанын тапҡан башҡа ҡәүемдәр араһында ла күҙәтелгән1.

«Байыҡ Айҙар сәсән» эпосында һәм «Икенсе әрме» риүәйәте иһә башҡорт халҡы күрһәткән шул патриотик башланғыстарҙы күҙ уңында тотоп, бер тауыштан һүҙҙе: «Шул күркәм тарихи факттарға тиклем батшаның хәле үтә мөшкөл булған», — тип башлағандай итә. Был хаҡта әйтер өсөн, эпоста имеш-мимештән килтерелгән цитата алымы файҙаланылған. Йәнәһе, халыҡ ара­ һында шундай хәбәр таралған «Француздар яу асҡан. Мәскәүҙе килеп баҫҡан. Батша ҡасҡан»2. «Ҡаһым түрә» риүәйәте иһә: «Бер заман француз батшаһы Наполеон, Россияға ҡаршы һуғыш асып, рус батшаһы Александрҙы Мәскәүҙән ҡыуып сығарған. Александр батша ғәскәре менән Мәскәүҙе кире ҡулына алыу өсөн, ни тиклем һуғышһа ла, булдыра алмаған»3, — ти, эпоста әйтелгәнгә асыҡлыҡ индерергә теләгәндәй итеп. «Икенсе әрме» риүәйәте ошо мотивты тағы ла тәрәнәйтә, ҡырҡыулаштыра төшә. Бының өсөн килеп тыуған хәлде драматик, хатта ки трагик планда тасуирлай: йәнәһе, «француздар Мәскәүҙе килеп алғас, батша, һанаттарын эйәртеп, ҡаланан сығып киткән. Үҙ һанатта­ рының ҡалтырап төшөүен күргән батша, ҡулына бер ус тупраҡ алып, әйткән, ти: «Ай, ата-бабам йөрөгән ер-һыуым! Шулай уҡ дошманға ҡалырһығыҙмы икән? Ҡабат миңә һеҙҙе күреү насип булмаҫмы икән ни?», Батша тиклем батшаны шулай меҫкен итеп күрһәткәс, уның һанаттарын халыҡ нисек күҙаллауын аңлауы ҡыйын түгел, әлбиттә. Хәйер, кемгә нисек аңлашыла бит әле, тигән кеүек, үҙенең уларға мөнәсәбәте һәм баһаһы бер төрлө һәм аныҡ аңлашылыуын хәстәрләгәндәй, халыҡ исеменән риүәйәт шулай ти: «Һанаттары ләм-мим һүҙ әйтмәй, баштарын баҫып, уйға талып тик ултырғандар, ти»4.

Әле һүҙ барған тәңгәлдә «Ватан һуғышы» эпосы буяуҙы тағы ла ҡуйыраҡ файҙаланған. Батша, бында конкретлаштырылып, 1 По кн.: История Башкортостана с древнейших времен до 60-х гг. XIX века. - С. 391.

2 БХИ / Төҙ., инеш мәҡ., аңлатмалар авт. Нур Зарипов; Яуаплы мөхәрр. Зиннур Ураҡсин. — Өфө: Китап, 2000. — V том: Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). — 294-се б.

3 БХИ / Төҙ., инеш мәҡ., аңлатмалар яҙыусы — Фәнүзә Нәҙершина; Яуаплы мөхәрр. Кирәй Мәргән, Әхмәт Сөләймәнов. — Өфө: Китап, 1997. — 2-се том: Риүәйәттәр, легендалар. — 240-сы б.

4 Шунда ук. — 240-сы б.

22
Закрыть