Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 20.

батыр тураһында Дәүләкән районында теркәлгән риүәйәттәрҙең тәүгеһендә — Иткусы Әбделмәннәнов, Хөсәйен, икенсеһендә — Сәфәр улы Дәүләтсура, өсөнсөһөндә — Ҡайып Баянов, дүртен- сеһендә Хөрәмәй, Хәлил1 тигән яугирҙар телгә алына. Уларҙың барыһын да риүәйәтселәр йә сығышы, йә өлгәшкән дәрәжәләре буйынса, күренекле кешеләр кимәленә күтәрә. Маянған Ҡаи- бы — мәшһүр Әлшәй батыр затынан (был батыр — «Заманалар ҡиссаһы» геройы булараҡ мәғлүм), Хөсәйен — Салауат яуы ҡа­ һарманы Көрмәнкәй батыр вариҫы, яуҙан ул есаул дәрәжәһендә ҡайта; бик тә, мәғлүмәтле сәсән тигән даны сыҡҡан Дәүләтсура- ның олатаһы 1735—1740 йылдарҙағы, бабаһы Салауат етәксе­ легендәге ихтилалдарҙа ҡатнашҡан; старшина Ҡайып Баянов француз-рус яуында полк поручигы дәрәжәһендә ҡатнашып IV дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә; Хөрәмәй менән Хәлил иһә Бүгәс яуы ваҡытында Кинйә Арыҫланов менән бергә Ырымбурҙы ҡамауға алғанда башҡорт һыбайлыларын етәкләгән полковник дәрәжәһендәге Әлибай батырҙың уландары булған. Шундай мәғлүмәттәргә иғтибарҙы йүнәлтеп, риүәйәтселәр, батыр­ ҙан батыр тыуа, Ватан яҙмышы хәл ителгән яуға барыусылар ата-бабаларының ҡаһарманлыҡ традицияһына тоғролоҡ һаҡла­ ған, тип әйтмәксе булған, әлбиттә. Шул оло яуға үҙ ирке менән барыусылар булыуы ла риүәйәттәрҙә сағылыш алмай ҡалмаған. Мәҫәлән, «Гөләйфә тураты» риүәйәтендә әйтелеүенсә, Ҡаҙанғол ауылы (Дәүләкән районы) байының Гөләйфә тигән ҡыҙының ире (үкенескә ҡаршы, риүәйәтсе уның исемен әйтмәгән), ҡайны­ һы бүлеп биргән ерҙе үҙенә мәңгеләштереү маҡсатында, «француз һуғышына үҙ ризалығы менән китә. Аҙаҡтан улар Димдең үрге яғынан ер алалар»2.

Ғөмүмән, фольклорыбыҙҙа ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған «яу­ ға — яубыҙ, дауға — даубыҙ» тигән ҡанунға ярашлы француз яуына башҡорт халҡының яу булып дәррәү күтәрелеүе зама­ нында ифрат киң сағылыш тапҡан булған. Халыҡ хәтерендә беҙ­ ҙең заманғаса һаҡланып ҡалған әҫәрҙәр ҙә бихисап. Шуларҙың береһе — «Ҡаһым түрә» риүәйәте. Унда әйтелеүенсә, батша фарманын алғас, башҡорттар, йыйын йыйып кәңәшләшкәндән һуң: «Һуғышырға теләгән кешеләр, ҡоралдарын алып, аттарына менеп сыҡһын!» — тип тирә-яҡҡа оран һалалар. Тимәк, үҙ теләктәре менән яуға китеү мотивы фольклорҙа ла сағылыш алған.

1 Дәүләкән ынйылары / Төҙ. А. М. Хәкимйәнова, P. Ғ. Мөхәмәтғәлин; яуаплы мөхәрр. Ф. А. Нәҙершина. Өфө, 2008. — 82-се, 83-сө, 284-се, 299-сы, 300-сө бб.

2 Шунда уҡ. — 71-се б.

21
Закрыть