хасил булған. Әгәр ҙә мәгәр үҙ ваҡытында кемдәрҙер теркәй барһа, улар хәтирә хәлендә лә килеп еткән булыр ине. Үкенескә ҡаршы, ундай эш үҙ ваҡытында атҡарылмаған. Һәр хәлдә, был юлдарҙың авторына ундай ҡомартҡылар мәғлүм түгел. Был тәң гәлдә беҙгә бары, Василий Зефировҡа рәхмәт артынан рәхмәт тәр әйтә-әйтә, күптән инде хрестоматик әҫәргә әүерелгән «Йән түрә хикәйәһе»ндә бирелгән, һәм әлегәсә риүәйәттәр рәтенә теркәлеп килгән бер генә хәтирә менән хушһынырға тура килә.
Булған хәлдәрҙе сағылдырған сүрәттә лә, хатта тарихи ваҡи ғаларға бағышланһа ла, фольклор уларҙы документаль дөрөҫ лөктә теркәмәй. «Һис кенә лә башҡаса түгел, ысынлап та, тик шулай булды»; «Булғанынса ғына һөйләйем» кеүегерәк иҫкәрмә ләрҙән башлап башҡарылған фольклор әҫәрендә лә, докумен таллек менән бер рәттән, эстетик әһәмиәткә эйә булырҙай фантазияға, уйҙырмаға, шартлылыҡҡа урын табыла. 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһына бағышланған фольклор әҫәрҙәре лә был яҡтан башҡаларынан әллә ни айырылмай.
Тарихтан шул мәғлүм: француз илбаҫарҙары Рәсәй сиген боҙоуы хаҡында хәбәр килеп етеү менән, батша манифесы иғлан ителер-ителмәҫтән үк, башҡорттар яуға ҡаршы яу булып барырға теләк белдерә, йәғни доброволец булып яҙыла башлаған. 9-сы кантондан: «...по ревностному... желанию к службе... для оказа ния Отечеству услуги», — тип, доброволец булып һуғышҡа китергә теләп, губернаторға ғариза яҙған ағалы-ҡустылы Абдул- халиҡ менән Нәҙир Абдулвахитовтар, суҡындырылған башҡорт Илья Фертов, 10-сы кантондан аталы-уллы йорт старшинаһы Әбүталип Абдрахманов менән Сәғит кеүек халҡыбыҙҙың аҫыл егеттәре әҙ булмаған. Ана бит, шуны геуаһлағандай итеп рус яҙыусыһы С. Н. Глинка нимә тип яҙып ҡалдырған: «Башкирцы оренбургские сами собой вызывались и спрашивали у прави тельства: не нужны ли их полки»1. 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хаҡындағы иҫтәлектәр әле һаман да риүәйәт тәрҙә исемләп телгә алына. 2004 йылда Әлшәй районы Иҙрис ауылында йәшәүсе Ҡотоева Зөлфирә Ғөбәйҙулла ҡыҙынан (1930) Розалиә Солтангәрәева яҙып алған Маянған ауылы тарихын бәйән иткән риүәйәттә әйтелеүенсә, шул ауылдың Ҡайып тигән уҙаманы2; Дүртөйлө ауылы, Дәүләкән, Ҡайып старшина, Әлибәй 1 Прибавление к русской истории Сергея Глинки, или Записка и заме чания о происшествиях 1812, 13, 14 и 15 годов, им самим изданные. — М., 1818. — С. 113 (По кн.: История Башкортостана с древнейших времен до 60-х гг. XIX века. — С. 392).
2 Экспедиция материалдары — 2004: Әлшәй районы / Сығарылыш өсөн яуаплы Г. Р. Хөсәйенова. — Өфө, 2004. — 68-се б.
20