Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 18.

Риүәйәттәрҙән «Икенсе әрме», «Ҡаһым түрә», «Абдрахман Аҡ­ йегет», «Йәнһары батыр» һәм Йәнтүрә тархан хәтирәһе мәғлүм.

Көнбайыш фольклорсыларының иҫәбе буйынса, эпос дәүере урта быуатта тамамлана. Әммә эпос дәүеренең бындай билдә­ ләнеш ҡулсаһы менталитетының формалашыуына ҙур йоғонто яһаған ижтимағи үҫеше, йәшәгән урынының тәбиғи, географик, тарихи шарттары, Европа халыҡтарыныҡы менән сағыштыр­ ғанда, үҙенсәлекле булыуы арҡаһында, ҡайһы бер халыҡтарҙың эпос дәүере оҙаҡҡараҡ һуҙылған. Саха-яҡуттарҙа милли эпос- олонхо бөгөнгө көндә лә ижад ителә. Башҡорттарҙа был процесс XIX быуат баиггарынаса дауам иткән. Быға «Юлай менән Сала­ уат», «Байыҡ Айҙар сәсән» эпостары — баҙыҡ миҫал. Мөхәмәтша сәсән Буранғолов ижад иткән «Ватан һуғышы» тигән эпик ҡоба­ йыр ҙа шул икәү рәтендә урын алыуға дәғүә итә. Быға ул хаҡлы ла. Ни өсөн тигәндә, Буранғолов, боронғо сәсәнлек сәнғәте традицияларын яҡшы үҙләштереп, уларҙы XX быуатҡа ялғап ҡуйыусы халыҡ сәсәне булған. Ғөмүмән, бөгөнгө көнгәсә әҙме- күпме милли эпостарыбыҙ бар икән, беҙ бының менән иң әүәл сәсәндәребеҙгә, шул иҫәптән Мөхәмәтша сәсән Буранғоловҡа, бурыслы (тик, беҙ, замана ғәмһеҙҙәре, бурыс тураһында күп һөйләйбеҙ, йәнәһе лә, хәтерлебеҙ. Тик, кеше үлгәс булһа ла, исма­ һам, уның исемен тейешенсә ҡәҙерләй белмәйбеҙ. Әгәр ҙә мәгәр Мөхәмәтша сәсән күрше-күләндеке булһамы, иманым камил, ул сағында уға күптән инде, ҡырғыҙҙар, Манас батырға һәм шул исемдәге дастанды башҡарыусы дастансы-аҡындарға бағышлап, һәйкәлдәр, майҙандар асҡан һымаҡ, иң ҡиммәтле материалдан һәйкәл эшләп ултыртып ҡуйырҙар ине, уның исемен майҙан­ дарға, урамдарға, уҡыу йорттарына ҡушып бөтөрҙәр ине. Рәхмәт Әлшәй батыр вариҫтарына! «Алма, беш! Ауыҙға төш», — тип, тик ятмайынса, юғарылағылар ҡыбырлағансы, үҙҙәре инициати­ ва күрһәтеп, ҡасандыр М. Буранғолов уҡытып киткән, хәҙер башҡорт гимназия-интернаты статусына эйә булған мәктәпкә уның исеме бирелеүгә өлгәштеләр. Афарин уларға!).

Исеменән үк аңлашылыуынса, «Юлай менән Салауат» 1773 — 1775 йылдарҙа Рәсәй батшалығы тәхетен дер һелкеткән Оло яу батырҙары аталы-уллы Юлай Аҙналин менән Салауат Юлаевҡа бағышланһа, «Байыҡ Айҙар сәсән» уларҙың яуҙашы һәм күпме­ лер кимәлдә ихтилал идеологы ролен атҡарған Байыҡ сәсән башынан үткәндәрҙе бәйән итә. Ә һуңғы бүлеге — баштан-аяҡ 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһын яҡтырта.

Яуҙан ҡайтҡан һәр кем, йола буйынса, хәтирәләре менән уртаҡлашыр булған. Телдән телгә күсә килә, шулар риүәйәт булып китә. Үрҙә телгә алынған риүәйәттәр, асылда, ана шулай 19
Закрыть