Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 172.

«Аппаҡҡай ҙа аппаҡ, ай, күренә, вай кем...» XX быуаттың 20-се йылдарында хәҙерге Ҡурған әлкәһе Әлмән районы Зәйнекәй ауылы мөғәллиме Сәйфулла Сәлимов тарафынан яҙып алынған / / Башҡорт аймағы. — 1929. — № 7.

«Ҡаһым түрә вафат булғандан һуң, вай кем, рус майор күрһәтә уйынды» («уйната уйынды» тип тә йырлайҙар) — бына һүҙ Ҡаһым түрә үлгәндән һуң уның урынына тәғәйенләнгән командирҙың хәрби муштровкаһы тураһында бара, буғай.

«Ҡаһым түрә менән һор юрғаһы, вай кем...» Ҡайҙа, ҡасан, кемдән яҙып алыныуы билдәле түгел / / Ғилми архив, ф. 3, оп. 1208. — 65-се б.

«Ҡаһым түрә ҡайтып килә, тиҙәр, вай кем, шестой кантон булып иленә» — Башҡортостандағы кантондар идаралығы осоронда (1798 — 1863) административ берәмек булған кантондар исем менән түгел, ә һан менән йөрөтөлгәндәр. Был осраҡта һүҙ 6-сы кантон тураһында бара. Ихтимал, Ҡаһым түрә кантон башлығы ла булып торғандыр йә шул посҡа һуғыштан һуң тәғәйенләнергә тейеш булғандыр.

«Казармала майор рапорт яҙа...» 1965 йылда Учалы районы Сураман ауылында 80 йәшлек Әғзәм Шәриповтан Мөхтәр Сәғитов яҙып алған.

«Ҡаһым түрә тороп яуап бирә, майор порядканы белмәй, тип...» — бында һүҙ үҙенең ҡулы аҫтында эшләүсе офицер хаҡында Ҡаһым түрә­ нең юғары командованиеға зарланыуы күҙ уңында тотолоуы ихтимал.

Бәйеттәр 10. Р у с - ф р а н ц у з һуғ ышы б ә й е т е . 1905 йылда башҡорт яҙыу­ сыһы Фазыл Туйкин (1888—1935) 1858 йылғы ҡулъяҙманан күсергән / / БХИ: Бәйеттәр. — 52 — 53-сө бб.

11. Ф р а н ц у з яуы б ә й е т е . 1967 йылда Башҡортостандың Ейән- сура районы Үрге Муйнаҡ ауылы 60 йәшлек Ғөбәйҙулла Хәмиҙуллиндан Ниғмәт Шоңҡаров яҙып алған / / БХИ: Бәйеттәр. — 53 —54-се бб.

12. Ф р а н ц у з б ә й е т е . 1969 йылда Силәбе әлкәһе Миәс ҡалаһын­ да йәшәүсе 68 йәшлек Фәйзрахман Йәшелбаевтан Н. Д. Шоңҡаров яҙып алған / / БХИ: Бәйеттәр. — 54-се б.

13. К у т у з б ә й е т е . 1966 йылда Башҡортостандың Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы 70 йәшлек Шәкирйән Мәхмүтовтан Н. Д. Шоң­ ҡаров тарафынан яҙып алынған / / БХИ: Бәйеттәр. — 55-се б.

14. Ағ ас б ә й е т е . 1966 йылда Башҡортостандың Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы Шәкирйән Мәхмүтовтан Н. Д. Шоңҡаров яҙып алған / / БХИ: Бәйеттәр. — 56 —57-се бб.

Өйҙөрәк — Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышындағы йылға — Димдең һул ҡушылдығы.

«Мәшриҡҡә мәғриб яҡтан ҡандай ҡыҙыл юл ятыу» — башҡорт­ тарҙың боронғо ҡарашы буйынса, ғәҙәттән тыш ҡуйы ҡандай ҡыҙыл шәфәҡ ҡалҡһа, йә булмаһа йондоҙ ҡойроҡланып янһа, илгә афәт, һуғыш килә тип ҡаралған.

173
Закрыть