Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 170.

һуғыштарҙа ҡатнаша. 1809 —1811 йылдарҙа, мәҫәлән, башҡорт атлылары М. И. Кутузов етәкселегендә рус-төрөк һуғышында ҡатнаша.

1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, Ырымбур губернаһында бар­ лығы утыҙлап башҡорт полкы ойошторола. Француз яуында ҡатнашҡан башҡорт атлыларының тышҡы күренешен һүрәтләгән түбәндәге иҫтә­ лектәр бар: «Уҡа таҫма менән ҡайылған ҡыҙыл буҫтау сәкмән, башына бейек осло бүрек кейгән, һөңгө һәм уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған баш­ ҡорт полктары үҙҙәренең ныҡлыҡ һәм етеҙлектәре менән дан алған дала аттары өҫтөндә уҡтай осалар. «Улар араһында сәкмән өҫтөнән кальчуга һәм башына тимер шлем кейгән батырҙар башҡаларҙан айы­ рылып торалар» (Раимов P. М. 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт халҡы. — Өфө, 1944. — 10-сы б). Башҡорт атлылары генерал Барклай де Толли, адмирал Чичагов кеүек күренекле полководецтар етәкселе­ гендә күп кенә һуғыштарҙа ҡатнаша. Улар атаман Платов етәкселек иткән корпус составында атаҡлы Бородино һуғышында ла ҡатнаша. М. И. Кутузовтың штабын һаҡлаған шәхси ҡарауыл составында шулай уҡ Ырымбур казактарының булыуы билдәле. Рус ғәскәрҙәре менән бер­ гә, башҡорт атлылары 1814 йылдың мартында Парижға инә. Француз яуында ҡатнашҡан йөҙәрләгән ир-егет орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. (Очерки по истории Башкирской АССР. — Уфа, 1959. — Т. I, Ч. 2. - С. 64-70. ) Башҡорт атлыларының Берлинда, Парижда булыуына бәйле бик ҡыҙыҡлы бер ваҡиға тураһында әйтеп үтергә мөмкин. 1814 йылда баш­ ҡорт атлылары Париждан ҡайтышлай Германияның Веймар ҡалаһында немец халҡының бөйөк шағиры һәм ғалимы Гете менән осрашҡандар һәм уға уҡ менән ян бүләк итеп биргәндәр. Был ук менән янды Гете ҡәҙерләп 1825 йылға тиклем һаҡлап йөрөтә. (Эккерман И. П. Разговоры с Гете. — М.: Академия, 1934. — С. 677. ) 1. Ф р а н ц у з к өй ө. 1929 йылда Баймаҡ районы Төрөкмән ауы­ лында Харис Хәкимовтан Ғата Сөләймәнов яҙып алған / / БХИ: Йырҙар. 1-се кит. — 72-се б.

2. И р ә м ә л е / / БХИ: Йырҙар. 1-кит. — 72 —73-сө бб.

«Ирәмәле тауҙың көн битенән...» 1962 йылда Силәбе әлкәһе Арғаяш районы Ҡуйһары ауылында 60 йәшлек Сәләхетдин Насретдиновтан Салауат Галин яҙып алған.

Ирәмәле (Ирәмәл) — Белорет районындағы тау. Ҡара һыу — Ҡур­ ған әлкәһе Сафакүл районындағы йылға. Мәскәү генә юлы — бында, күрәһең, Мәскәү ҡалаһы тураһында һүҙ бара. Ләкин Башҡортостанда Мәскәү исемле ауылдар ҙа бар.

«Ирәмәлкәй өҫтө, һай, өс ҡайын...» 1962 йылда Силәбе әлкәһе Ҡон- шаҡ районы Сабаҡлы ауылында 85 йәшлек Даянов Һибәттән Салауат Галин яҙып алған.

Ирәмәлкәй. Ильясов Спартак Мөжәүир улы. Барын-Табын хәтере: Тарихнамәләр, хәтирәләр. — Өфө: 2008. — 369 —372-се бб.

3. Батыр егет. 1967 йылда Хәйбулла районы Әбеш ауылында 75 йәшлек Дәүләтғәле Хәсәновтан Салауат Галин яҙып алған / / БХИ: Йырҙар. 1-се кит. — 74-се б.

171
Закрыть