өсөн күпме кеше тәғәйенләнеүе мәғлүм түгел. Шуның менән бергә 27 ООО башҡорт көньяҡ-көнсығыш сик буйын һаҡлауға тәғәйенләнә (һәр башҡорт яугиры хәрби хеҙмәткә ике ат, үҙ кейеме, үҙ ҡоралы менән барған). Шул уҡ ваҡытта һуғышҡа типтәрҙәр ни бары — 2, Ставрополь ҡалмыҡтары — 1, Ырымбур казактары — 3 (Ә. 3. Әсфәндиәровтың иҫәбе буйынса — 5), Урал казактары 5 полк ҡына оҙатҡан.
Һуғыш ихтыяжы файҙаһына дәүләткә ярҙам ойошторғанда ла, башҡорттар күп сығым түгә: типтәрҙәр, мишәрҙәр менән бергә беҙҙең бабаларыбыҙ 500 000 һум аҡса йыйып бирә. Ә то тош Ырымбур губернаһы дворяндары ни бары — 65 000 (уныһы ла крепостной крәҫтиәндәрҙән алына), Верхнеуральск, Троицк сауҙагәрҙәре — 373 һум ғына аҡса йыйып тапшыра1.
3. Ҡаушап ҡалған батшаның аҡыллы кәңәш алғаны 1812 йылғы Ватан һуғышы темаһы баштан аяҡ башҡорт фольклорында сағылыш алған, тиһәк, бер ҙә яҙыҡ булмаҫ2. Уны яҡтыртыуға традицион жанрҙарҙың һәр береһе тиерлек «эшкә егелә». Был тәңгәлдә айырыуса йыр жанры ҙур әүҙемлек күр һәтә. һәр хәлдә, ошо темаға бағышланғандарының ун алтыһы беҙҙең көндәргәсә һаҡланып ҡалған. Шулар араһынан «Ирәмә- ле», «Икенсе әрме», «Һай, илкәйем» тигәне — икешәр, «Ҡаһым түрә», «һары ла сәс» дүртәр вариантта килеп еткән. Халыҡ хәтеренән күпмеһе юйылған, уныһы бер Хоҙайға ғына мәғлүм.
1 Әсфәндиәров Ә. 3. Олатайҙарҙың бар тарихы. — 119-сы б.
2 1812 йылғы Ватан һуғышының башҡорт фольклорында сағылышына элек-электән ижад эйәләре менән тикшереүселәр иғтибар итә килә. Был тәңгәлдә беренселекте, моғайын, П. М. Кудряшов алғандыр. Шул тарихи ваҡиға хаҡындағы башҡорт йырҙары XIX быуаттың 20-се йылдарында уны поэмалар яҙырға рухландырған. Ундай йырҙарҙы шулай уҡ XIX быуатта С. Г. Рыбаков, XX быуатта Н. К. Дмитриев, Сәйфулла Сәлимов, Дауыт Юл тый, Әбүбәкер Усманов, Әхнәф Харисов, Хөсәйен Әхмәтов, Лев Лебедин ский, Салауат Галин, Риф Сөләймәновтар баҫтырып сығарыу хәстәрлеген күрә. Дауыт Юлтый, Әхнәф Харисов, Кирәй Мәргәндең хеҙмәттәрендә улар ҙың идея-эстетик асылы хаҡында ҡыҫҡаса күҙәтеүҙәр әйтелде. Салауат Галиндың монографияларында иһә халҡыбыҙ йырҙарының был төркөмө тулыраҡ анализланыуға юлыҡты. Мөхәмәтша Буранғолов шул йырҙар менән ауаздаш ҡобайыр һәм риүәйәттәрҙе теркәһә, Денис Давыдов һәм Василий Зефировтар хәтирәләр баҫтырған, һүҙ барған баҫма һәм күҙәтеүҙәргә һылтанмалар был хеҙмәттең артабанғы биттәрендә яһала барыласаҡ.
18