Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 168.

Ата-бабаларҙың ҡанын һыулап Үҫкән сауҡаларҙан уҡ юндыҡ, Һай, илкәйем, йәмле еркәйем; Дошмандарҙы сыр-сыу, ай, айҡарбыҙ, Буҙ толпарҙан һайлап ат мендек, һай, илкәйем, йәмле еркәйем.

Намыҫыбыҙ яуҙа һаҡларбыҙ, һай, илкәйем, тыуған еркәйем; Батырҙарҙан ҡалған йолаларҙы Ҡанлы яуҙа беҙ ҙә аҡларбыҙ, һай, илкәйем, тыуған илкәйем.

Иң аҙаҡ олатайҙар шулай йырлаған: Атҡайҙарға менеп яуға китегеҙ, Аҡлағыҙ ҙа иткән антығыҙ, һай, илкәйем, Илкәйемдең батыр иркәйе; Тәңкәләр ҙә төҫлө сылтырашып, Шат көлөшөп, еңеп ҡайтығыҙ, Һай, иркәйем, Һағынып көтөр һеҙҙе илкәйең.

Ҡош юлдары ҡалҡһа күк йөҙөндә, Кейек ҡоштар осор төньяҡтан, һай, илкәйем, Батырҙарын көтөр шул саҡта; Ҡоштар үтһә, һеҙҙән беҙ көтөрбөҙ, Сәләм килә, тип үк, йыраҡтан, һай, иркәйем, Хатың уҡыр илең шул саҡта.

Наполеонды еңеп, һуғыш бөткәс, уландары ҡайтҡанда, Байыҡ йөҙ ҙә ике йәштә'булған. Ҡурайҙа «Байыҡ» көйөн уйнап, батыр­ ҙарҙы ҡаршы алған.

Закрыть