Әбей-Һәбейҙәр, яуға китеүселәрҙең юлы ҡыҫҡа булһын тип, тегәр еп биргәндәр. Бисә-сәсәләр, күкрәктәрегеҙгә уҡ-һөңгө тей мәһен тип, ирҙәренең түштәренә тәңкә теккәндәр. Ҡыҙ-ҡырҡын дар, сер һаҡлаусы булығыҙ тип, егеттәргә нағышлы янсыҡтар биргәндәр. Бары ла уңышлы юл теләп, аҙаҡ шулай йырлағандар: Ә б е й ҙ ә р : Әрмеләргә китә, ай, башығыҙ, Буҙ балалар, инде хушығыҙ.
Йылдарығыҙ айҙан тиҙ үк үтеп, Иҫән йөрөп, ҡайтһын башығыҙ.
Ҡ ы ҙ ҙ а р : Атҡайҙарға менеп, беҙҙе ташлап, Урал ашып яуға китерһеҙ, Һай, йәнкәйем, Ҡалдырып шул нәҙек билкәйең; Киткән юлығыҙға ҡарай-ҡарай, Күҙкәйҙәрҙе талдырып көтөрбөҙ, Һай, йәнкәйем, Онотмағыҙ нәҙекәй билкәйең.
Яу йөрөгәндә, сабып тирләгәндә, Шыбаҡшыған тирең һөртөгөҙ, Һай, йәнкәйем, Хәтерләрһең нәҙек билкәйең; Биргән урамалды1, ҡомартҡы итеп, Ҡалтағыҙҙа2 бергә тотоғоҙ, Һай, йәнкәйем, Хәтерләрһеҙ нәҙекәй билкәйең.
Урал армыттарын семәрләгән Нағышлы ла янсыҡ бирәбеҙ, Һай, йәнкәйем, Еҫкәгәндә аңҡыр илкәйем; Ил намыҫы бергә шул янсыҡ та Йөрәгегеҙҙә торһон, тиәбеҙ, Һай, йәнкәйем, Айбарығыҙ3 көтә илкәйем.
Яуға ат менгән ир-егеттәр шулай йырлап яуап ҡайтарғандар: 1 Урамалды — бүләкте.
2 Ҡалта — кеҫә, бында — ҡуржын, сумка мәғәнәһендәлер.
3 Айбарығыҙ — батырлыҡ ҡылыуығыҙҙы.
168