Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 166.

«Аҡ батшаға ант биргән Ирҙәр менһен ат!» — тигән.

Батша бит һөрән һалған: «Илде баҫты ят!» — тигән.

Минең дә һүҙем шул булыр: Ант боҙғанға ни булыр? — Таяныр терәге юҡ булыр, Ҡаңғырып йөрөр Байыҡтай, Тынлыҡ тапмай хур булыр.

Байыҡты танып, һүҙен дә ишеткәс, бөтә халыҡ умарта ҡортондай гөжләшеп күтәрелеп киткән.

4. Халыҡтың ир-егеттәрҙе француздарға ҡаршы яуға оҙатҡаны Йөҙйәшәр Байыҡ сәсәндең һүҙен ишеткәс, кантон башлыҡ­ тары ат-хат еткән ергә сабарҙар1 саптырып, сер алышып, Иҙел терһәге Көнгәккә2 йыйылырға булып һүҙ ҡуйышҡандар, ти. Йәш­ тәр, ат һайлап, нуҡта һуғылмаған аҫауҙарҙы тотоп өйрәткән. Урманда уҡ юнып, аласыҡта ҡыҙаштар һаҙаҡ һуғып, тана-турпы һуйып — ит ҡаҡлап, эркет ҡайнатып — ҡорот йәйеп, ҡаймаҡ яҙып — май тасҡып, тире ыҫлап — турһыҡ тегеп, көн-төн ағытмай3 бейә һауып — ҡымыҙ йыйып, кейем-һалым тайярлап4, яуға әҙерләнгәндәр. Байыҡ та, үҙенең атын эйәрләп, ҡулына ҡылысын тоттороп, улы Әхмәтте5 уға кейендергән.

Кантон башлыҡтары — ҡор башы, ҡош семәрен тоттороп, батырҙарын — мең башы, ырыу ағасы семәрен тоттороп, ырыу уҙаманын — йөҙ башы, яу япрағы менән берәүҙе алдан сабар итеп6, яуға ат менгәндәр. Бөтә ҡарт-ҡоро, бисә-сәсә, әбей-һәбей, ҡыҙ-ҡырҡын, бишектән төшкән, түшләп шыуған, аяҡҡа баҫҡан бала-сағаның бере ҡалмай, оҙатырға килгәндәр.

1 Сабарҙар — сапҡындар.

2 Көнгәк — Ағиҙелдең ҡырҡа төньяҡҡа боролған ерендәге тау (Мәләүез районы).

3 Ағытмай — бейә һауыуҙы туҡтатмай.

4 Таярлап — хәстәрләп.

5 Әхмәтте — Ә. 3. Әсфәндиәровтың хеҙмәттәрендә әйтелеүенсә, доку­ ментта уның ысын исеме — Әхтәм.

6 Ҡош семәрен, ырыу ағасы, алдан сабар, тигәндә, ырыу (атрибуттары) ҡошо, ағасы, авангардта барыусылар хаҡында һүҙ бара.

167
Закрыть