Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 165.

Үҙ туғаның — шул яҡшы: Ике туған талашыр — Атҡа менһә, ярашыр!

Туған, туған, тигәс тә, «Ул туған кем?» — тигәс тә, «Ата, әсә бер булған Ҡарындашмы?» — тигәс тә, Берәүҙең яңғыҙ балаһы Кемде ҡарындаш1 тиер икән? Әсә лә һөттәш булмаһа, Кеме һыуҙаш — шуны әйтер Йылғала һыуҙаш булмаһа, Кеме ерҙәш — шуны әйтер.

Бер әсәнән түлләгән Ҡыҙҙан бажа булмаһа, Бер тупраҡты еҫкәгән Ҡыҙҙан бажа — шуны әйтер. Бер йылғанан һыулаған, Бер тупраҡта аунаған, Әсәләй күреп шул ерҙе, Ырыҫын шуға төйнәгән, Төйәкләнеп, туҡланып, Йәндәй күреп, һоҡланып, Йыр йырлаған, көйләгән, Моңын-зарын үҙ-ара Бер-беренә һөйләгән, — Ирме булһын, ҡыҙ булһын, Батшамы ул, кем булһын, Шул тупраҡта түлләһен, Илде ҡурсып үрләһен — Бер туғаның шул булыр. Мәскәүҙә ҡупҡан шау, тиҙәр, Килеп баҫҡан яу, тиҙәр.

Француз булһын, кем булһын, — Ситхәң килгән ят булыр.

Унан илгә ҡот булмаҫ, Баҫҡан ере ут булыр, Үҙе Сыңғыҙҙай эт булыр.

Ил сигенә ят баҫҡан, Ҡунаҡ түгел, яу асҡан.

Мәскәү бит оран һалған: 1 Ҡарындаш — туған, ҡәрҙәш.

166
Закрыть