Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 164.

Беҙ алырбыҙ дан», — тигән. Сыңғыҙ килгән: «Мин! — тигән, — Мин ҡунаҡмын», — тимәгән.

Ил өҫтөнә ҡул йәйгән, «Мин китәмен», — тимәгән, Улын, бейен үҫтергән, Ҡара ҡошон тотторған, Барынан ант иттергән; «Илдең ҡанын эс, — тигән, — Сергенән ҡанда кис, — тигән, — Ханын, динен һорама, Бары беҙгә ҡол, — тигән, — Эт һанындай хан үҫһен, Яуызлыҡта дан үҫһен, Беҙгә терәк шул», — тигән. Быуын-быуын үткәндә, Хандар килеп киткәндә, Хандан илгә ни ҡалды?

Эркелеп ҡандан һаҙ ҡалды, Ил таланып таҙ ҡалды1, Өҫтөндә бөтмәҫ зар ҡалды. Олатайҙар дихайға2 Мәскәүгә баш эймәгән, Яҡла, тип, Аҡ батшаға Бушҡа тик ант бирмәгән!

Ай, ант, тигән, ант, тигән, Антың йотма, тот, тигән, Ярлыҡамаҫ ят, тигән, Ятҡа анттан ҡайт, тигән.

Туғанға биргән аҡ антын Менер аттай көт, тигән.

Ай, ят, тигән, ят, тигән, Ят тигәнде бел, тигән, Ул ят тигән — кем тигән? һыйлашҡанда — дуҫ яҡшы, Һөйөшкәндә — ҡыҙ яҡшы, Китапҡа — оҙон һүҙ яҡшы, Яуға менһәң — буҙ яҡшы; Башыңа бәлә килгәндә, Яман булһа ла, күргәндә, 1 Ил таланып таҙ ҡалды — ил бөлдө.

2 Дихайға (ғ.) — юҡҡа ғына, буштан бушҡа.

165
Закрыть