Сөләймәнов Ә.М. Яуҙаштар һәм дандаштар - 2022. Страница 163.

Арағыҙҙа кем булһын: Тарханмы, кәрәк бей булһын, Миңә тимәһә, тау ярыр Ҡылыс тотҡан ир булһын, — «Мин — уҙаман», — тиерҙәй, Һунарым алып, ҡарт булып, Ҡанъяғаһын төйөрҙәй, Түргә ултырып, баш тотоп, Баш ҡойҡаһын ейерҙәй, Барыбер берәү табылмаҫ!

Булһа ла, күҙемә сағылмаҫ, Аҙамат булып танылмаҫ!

Күп йәшәгән ни белгән, Күпте күргән шул белгән! Шулай ҙа йөҙгә еткәндә Белгәнем әйтеп үтмәһәм, Хатам күҙгә төрткәнде Тағы ла әйтеп үлмәһәм, Үле тәнем, йыуылып, һыу менән генә аҡланмаҫ! Яманаттан бүтгнем1 Ил телендә һаҡланмаҫ!

Ҡәберем күргән — уба, — тиер, Иҫкә лә алмаҫ, һоҡланмаҫ!

Йөҙ йыл буйы уйлаған, Халыҡҡа шулай һөйләгән, Ҡанға аунап эҙләгән, Бер уйым бар тапмаған, Һыуға ла төшөп аҡмаған, һаҙға ла төшөп батмаған, Мин генә түгел эҙләгән, Күптәр сапҡан, тапмаған.

Ул уйымдың эсендә — Көнләшеү түгел тарлыҡтан, Зарлыҡ та түгел ҡартлыҡтан, — Өнө сыҡмай, ҡапланған Ил теләге ҡарлыҡҡан.

Өҫтө ҡанға тапланған Ил теләге тарлыҡтан.

«Хан, хан, — тигән күп ирҙәр, Алып килә дан, — тигән, — Ҡаны башҡаға ҡан, — тигән, — 1 Яманаттан бүттнем — яҡшылығым.

164
Закрыть