Юлай менән өсәүһе һөйләшеп, һүҙ үткәндәрен саҡырып, бергә кәңәш төйнәшеп, яу башларға булғандар.
һуғышта былар еңелгән. Башлыҡтары Пугачев та, Салауат менән Юлай ҙа — бары ла ҡулға алынған. Әлеге Байыҡ ҡарт меҫ кенгә тағы ла ҡасҡын булып йөрөргә генә ҡалған. Артынан эҙәрләү төшкәс, кемгә генә барһа ла, бары ла ҡурҡҡас ҡурсыу ҙан, Байыҡ бөтөнләй күҙ йырған. Берәү күрмәгән, белмәгән, ғәйеп булып юғалған.
3. Байыҡ сәсәндең ҡайтанан килеп сыҡҡаны, халыҡҡа туғанлыҡты аңлатҡаны Күп йылдар үткән, күп һыуҙар аҡҡан. Яуҙа ғәйепләнгәндәр ҙең аҫылдары аҫылған, һөргөнгә ебәрелгәндәрҙең ҡайһылары ҡайтышып, тыныс торам тигәндә, тағы ла бер ғауға ҡупҡан. «Француздар яу асҡан. Мәскәүҙе килеп баҫҡан, батша ҡасҡан» тигән хәбәр таралған. Ил ҡарттары йыйылып, түрә-һәрә һөйлә шеп, ат-хат еткән ерҙән саҡырып, илде йыйғандар. Батша фар манын уҡып, кәңәш-төңәш иткән саҡта, ҡәбер төбөнән сыҡҡан кешеләй, башын-күҙен йөн баҫҡан, аҡ һаҡалы биленән ашҡан Байыҡ та йыйынға килгән. Танығандар булғандыр. Берәү бер һүҙ әйтмәгәс, барыһы ла аптырап, Байыҡҡа ҡапланып ҡарағас, Байыҡ былай тигән, ти: Алыҫтан ҡарайып күренгән Тулҡын да тулҡын тигәнем, Көтөүселәр өйөргән Йылҡы микән? — тигәнем, — Тулҡын түгел, ил икән, Ил йыйылған ер икән.
Ат саптырып йыйҙырған Туй тигәне — шул микән?
Сәләм бирһәм, алмаҫтай, Һүҙемә ҡолаҡ һалмаҫтай Күҙгә салынған күбегеҙ Ябай түгел, бей һымаҡ; Араға һалған һүҙегеҙ, Балалай түгел, ир һымаҡ.
Ниңәлер һүлпән туйығыҙ — Үлек сығыр өй һымаҡ!
Мин дә әйтһәм берәй һүҙ, Туйға килгән ир һымаҡ, Һүҙем ҡырын ҡаҡмаҫһыҙ, Ҡағырҙай ир юҡ һымаҡ.
163