Олатайың Шәғәле, Уның улы Аҙналы, Улар ҙа сапҡан, мал тигән.
Ҡол теләгән ҡол алған, Мал теләгән мал алған, Яу теләгән яу һалған — Бары ла үткән, ҡалмаған.
Хан башын да ер йотҡан, Тәфкиләүҙе лә ер упҡан, Шәғәлене лә ҡуймаған, Уның башына ил еткән, Аҙналыны ла аҙаҡтан Янаралы эт иткән.
Бары бөткән, ҡалмаған, — Ҡаяға тамған ҡан ҡалған, Батырҙар сапҡан юл ҡалған, Дошманға бысаҡ ҡайраған Бөтмәй торған ил ҡалған.
Аҙналының балаһы Инде Юлай ни көтә?
Яумы көтә, данмы көтә?
Атаһы юлын эҙләйме?
Батырҙар юлын күҙләйме?
Өйөнә табан барайым, Йөҙөнә күҙ һалайым, Йөрәге нисек һуҡҡанын Тел төбөнән беләйем.
«Батырҙар юлы ереккән, Саң баҫҡан, эҙләп тапманым, Ҡылысы үтмәҫ, тутыҡҡан, Ҡаяла ҡайраҡ тапмамын», — Тиһә: «Бына — мин! — тием, — Батыр юлын буйлаған, Ат өҫтөндә уйнаған Алдыңа килгән ҡарт, — тием, — Ат өҫтөндә сапҡанда, Алдыма дошман баҫҡанда, Елем менән дошманды Ҡолата килгән ҡарт!» — тием.
Байыҡтың һүҙен ишеткәс, Салауат та аңлаған. Байыҡ ҡартты үҙе менән бергә алып ҡайтып киткән.
162